Район чемпионы исеме өсөн дүрт команда көс һынашты. Ныҡышмалы, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы ярыш һөҙөмтәһендә еңеүселәр асыҡланды. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе преподавателдәре был юлы өсөнсө урын, Стәрлебаш тармаҡ-ара колледжы вәкилдәре икенсе урын яуланы (һүрәттә). Беренсе урынға һәм чемпион исеменә Стәрлебаш район электр селтәрҙәре командаһы лайыҡ булды. Ленин исемендәге хужалыҡ командаһы призлы урынға лайыҡ була алманы.Бынан тыш, иң яҡшы уйынсылар билдәләнде. Анатолий Свечников (Стәрлебаш тармаҡ-ара колледжы) иң яҡшы ҡапҡасы, Линар Исхаҡов (РЭС) - иң яҡшы һөжүм итеүсе тип танылды.Спортсылар Кубоктар, миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.Үҙ хәбәрсебеҙ.