Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Декабрь 2018, 11:29

Һаҡ булығыҙ

Көҙгө-ҡышҡы осорҙа, йәғни ныҡлы һыуыҡтар башланғансы көҙгө боҙ йоҡа була. Кистәрен һәм төндә туңған боҙ бер аҙ күтәрә әле, әммә көндөҙ ағын һыуҙарҙан йылынып күҙәнәкләнә, ҡалынлығын һаҡлаһа ла ныҡлығы булмай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был миҙгелдә һыу ятҡылыҡтарында бәхетһеҙ осраҡтар күҙәтелә. Боҙҙа үҙегеҙҙе тотоу ҡағиҙәләрен тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡараңғыла, шулай уҡ томан төшкәндә, ҡар, ямғыр яуғанда боҙға сыҡмағыҙ; боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп ҡарарға ярамай; ағас йәки саңғы таяғы менән ныҡ итеп һуҡҡандан һуң һыу күренһә – тимәк, боҙ йоҡа, уның буйлап йөрөргә ярамай; боҙ менән ҡапланған йылғаны (күлде) саңғыла үтеүе яҡшыраҡ, хәүеф килеп тыуа ҡалһа, уларҙы ташларға еңелерәк булһын өсөн был осраҡта саңғы беркеткестәрен эләктермәгеҙ, саңғы таяҡтарының элмәктәрен ҡулығыҙға кеймәгеҙ; ата-әсәләр балаларын саңғыла, конькиҙа йөрөргә, балыҡ ҡармаҡларға ҡараусыһыҙ ебәрмәһендәр ине.

Башҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫтә тотоу зарур: балыҡҡа яңғыҙ йөрөмәгеҙ; боҙҙа һәр аҙымығыҙҙы осло башлы таяҡ менән тикшерегеҙ, ләкин алдығыҙҙағы боҙға һуҡмағыҙ, иң яҡшыһы – ситкә һуғыу; башҡа балыҡсылар янына өс метрҙан да яҡыныраҡ килеү тыйыла; боҙға ҡуша туңған ағас төптәренә, ылымыҡтарға яҡын бармағыҙ; мәкенән һыу фонтан кеүек урғыла башлаһа, хәүефле урындан тиҙ генә китергә кәрәк; страховка һәм ҡотҡарыу сараларының булыуы мотлаҡ (ауыр йөк эленгән бау йәки киң таҡта); балыҡ тотҡанда иҫерткес эсемлектәр ҡулланырға ярамай.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы начальнигы бойороғона ярашлы, һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау буйынса сараларҙы бойомға ашырыу ойошмалар һәм һыуҙан файҙаланыусыларға йөкмәтелеүен (федераль һәм республика закондарына ярашлы) хәтерҙәренә төшөрәбеҙ. Улар араһында: кешеләрҙең, авто һәм мототранспорттың күпләп боҙға сыҡҡан урындарында мәғлүмәт яҙылған һәм тыйыу аншлагтары ҡуйыу; санкцияланмаған боҙ аша сығыу урындарын ябыу; балыҡ тотоу урындарында ҡотҡарыу постары ҡуйыу; халыҡ араһында аңлатыу һәм профилактик эш алып барыу.Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы.
Читайте нас: