Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Декабрь 2018, 18:16

Берәҙәк эттәр. Яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк

Шишәмбе көндө район хакимиәтенең ултырыштар залында ҡараусыһыҙ йөрөгән хайуандарҙы аулау һәм аҫрау мәсьәләләре буйынса зона семинар-кәңәшмәһе үтте. Унда БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, Идаралыҡ белгестәре, 11 район һәм өс ҡала вәкилдәре ҡатнашты.

Ҡараусыһыҙ йөрөгән хайуандарға ҡаршы көрәш тәү ҡарашҡа ғына ябай күренә, әммә ысынбарлыҡта оҫта ойоштороу, ҙур тәжрибә һәм аҙ булмаған финанс сығымдар талап итә.

- Ағымдағы йылда республика бюджетынан ошо маҡсатҡа 63 млн. һум бүленде. Тимәк, финанс менән проблемалар күҙәтелмәй. Ошоға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер райондарҙа һәм ҡала округтарында ҡараусыһыҙ хайуандарҙы аулау һәм аҫрау эшен үҙ ағышына ҡуйғандар. Был эште әүҙем башҡармайҙар йәки бөтөнләй шөғөлләнмәйҙәр, - тине сығышында Азат Салауат улы. Ул шулай уҡ хайуандарҙы идентификациялау (биркалау), уларҙы берҙәм реестрға теркәү кеүек яңылыҡтарҙы индереү зарурлығына иғтибарын йүнәлтте.

Закон буйынса берәҙәк эттәрҙе атыу тыйыла. Уларҙы аулап (бының менән махсус бригада шөғөлләнә), хайуандарҙы махсус вольерҙарға урынлаштырыу ҡала. Уларҙы физик һәм юридик шәхестәрҙән ҡабул иткән ғаризалар нигеҙендә һәм гуманлы саралар менән генә (сетка, бау, һ.б. ярҙамында) тотоу башҡарыла. Тағы ла бер мөһим мәл: уларҙы балалар булғанда, кешеләр күп йыйылған урындарҙа (тирә-яҡтағылар өсөн хәүефле осраҡтарҙан тыш) тотоу тыйыла. Берәҙәк эттәрҙе ветеринария хеҙмәте белгестәре тикшерә, төрлө сирҙәргә ҡаршы прививка яһай, стерилләй, һәм билдәле ваҡыт үтеү менән хужаһы килеп алмаһа, уны элекке урынына илтеп ҡуялар. Айырыуса агрессив эттәрҙе бөтөнләйгә йоҡлаталар. Ҡараусыһыҙ йөрөгән эттәрҙе нисек дөрөҫ ауларға һәм аҫрарға кәрәклеген йыйылыусыларға Ветеринария идаралығының хоҡуҡ һәм кадрҙар эше һәм коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте бойомға ашырыу бүлеге начальнигы Руслан Ниғмәтуллин һөйләне.

Бынан тыш, барлыҡ процедураларҙы документаль нығытырға, өҫтәүенә быны ҡағиҙәләргә ярашлы эшләргә кәрәк. Уларҙы тултырыу тәртибен идаралыҡтың дәүләт ветеринар күҙәтеү бүлеге начальнигы Линар Йыһаншин ентекле һөйләне. Уның коллегаһы, Ветеринария идаралығы начальнигны урынбаҫары Гүзәл Бронникова бүленгән бюджет сараларын тотоноуға туҡталып үтте.

Залдан бирелгән бик күп һорауҙар һәм тәҡдимдәр буйынса берәҙәк эттәр темаһы буйынса хәл ителмәгән бурыстар етерлек. Был уларҙы аулау ҡағиҙәләренә, аҫрау өсөн махсус урыдарҙың булмауына, уларҙы күсереп йөрөтөүгә, документтар, ветеринар-оҙатыусы ҡағыҙҙарҙы тултырғанда бер ни тиклем ауырлыҡтар булыуға ҡағыла һ.б. Барлыҡ ошо проблемалар власть һәм йәмғиәттең дөйөм тырышлығы менән хәл ителер тип уйлайбыҙ.

Һәм тағы ла, практиканан күренеүенсә, халыҡ араһында берәҙәк эттәргә ҡаршы көрәшеүҙең хәл иткес сараларын ҡулланыу яҡлылар ҙа, шулай уҡ дүрт аяҡлы дуҫтарҙы яҡлаусылар ҙа бар. Әммә шуны оноторға ярамай, ҡараусыһыҙ йөрөгән хайуандар бик хәүефле ҡотороу сирен йөрөтөүселәр булыуы ла ихтимал. Ағымдағы йыл башынан Рәсәй Федерацияһы территорияһында урам һәм ҡырағай хайуандарҙың 200, Башҡортостанда 11 ҡотороу сире менән ауырыу осрағы теркәлгән.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: