Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Декабрь 2018, 11:39

Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтерегеҙ

Райондың өҫтәмә белем биреү системаһына Балалар ижад йорто һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе инә. Уларҙа мең ярымдан ашыу бала һәм үҫмер күңеленә ятҡан шөғөл тапҡан. Балалар ялын ойоштороу буйынса 45 йыллыҡ тарихҡа эйә булған Балалар ижад йорто иң ҙур учреждениеларҙың береһе булып тора.

Заманса шарттарҙа белем биреү учреждениеларының ошо тибы үҙенсәлекле роль уйнай. Улар 6 йәштән 18 йәшкә тиклем балаларҙың шәхесен үҫтереү, сәләмәтлеген нығытыу, киләсәктә һөнәр һайлау, уларҙы ижади хеҙмәткә йәлеп итеү өсөн кәрәкле шарттар тәьмин итә, дөйөм мәҙәниәт булдыра, уларҙың тормошта һәм йәмғиәттә яраҡлашыуына, ялдарын йөкмәткеле ойошторорға булышлыҡ итә.

«Балалар өсөн ҡулай өҫтәмә белем» республика өҫтөнлөклө проектын бойомға ашырыу маҡсатында, республика һауыҡтырыу-белем биреү, туризм, Тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге базаһында өҫтәмә белем биреү буйынса модель үҙәк булдырылған.

Ул өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереүҙә методик, аналитик оҙатыу һәм мониторингты тормошҡа ашыра. Өҫтәмә белем биреүҙең ҡулайлығын арттырыу өсөн ағымдағы йылдың сентябренән балаларға өҫтәмә белем биреү Навигаторы эшләй башланы, был социаль-педагогик, фәнни, художество, техник, турист-тыуған яҡты өйрәнеү, физкультура, спорт йүнәлешендәге барлыҡ секциялар һәм берләшмәләр тураһында берҙәм база. Бында һәр бала күңеленә оҡшаған занятие, ә ата -әсәләр - сифатлы өҫтәмә белем алыуҙы һайлай ала. Ҡыҙҙар һәм малайҙар һүрәт төшөрөү, йырлау, бейеүҙә генә таланттарын үҫтереп ҡалмаясаҡ, шулай уҡ журналистика нигеҙҙәрен өйрәнә, информацион технологиялар донъяһы менән таныша аласаҡ. Навигатор ярҙамында йүнәлеш буйынса ғына түгел, кешеләрҙең баһаламалары буйынса ла берләшмәләрҙе һайларға мөмкин. Бынан тыш, ата-әсәләр уҡыу планы, маҡсаттар, бурыстар, белем биреү программаһының һөҙөмтәләре менән таныша ала. Навигатор - был шулай уҡ Интернет-портал - бында ата-әсәләр балаларына өҫтәмә белем биреү берләшмәләрен һәм секциялар эҙләй, ә учреждениелар уларҙы үҙҙәренең занятиеһына йәлеп итә.

Ата-әсәләр теркәлгән ҡулланыусылар булараҡ, уҡыу программалары һәм саралар каталогын ҡарай; программа һәм уны ойоштороусылар тураһында мәғлүмәт эҙләй һәм ҡарай; баланы ҡыҙыҡһыныуы һәм мөмкинлектәре буйынса өҫтәмә белем биреү берләшмәһенә һәм спорт секцияһына яҙа; «Һайланма» программаларҙы һәм эҙләү тарихтарын ҡарай ала.

Иғтибар итегеҙ, Навигатор тотош республика территорияһында эшләй, шуға күрә ниндәй муниципаль районда йәшәүегеҙгә ҡарамаҫтан, балаларығыҙҙы өҫтәмә белем биреү программаларына яҙҙыртыу өсөн һеҙгә Навигаторҙа теркәлергә һәм белем алыуға заявка ҡалдырырға кәрәк. Программалар тураһында мәғлүмәт көн һайын яңыртыла һәм өҫтәлә.

Навигаторҙың бөтә функцияларынан файҙаланыу өсөн теркәлергә һәм шәхси кабинетҡа рөхсәт алырға кәрәк. Процесс 5-10 минут ала. Инструкция менән һеҙ Стәрлебаш ауылындағы Балалар ижад йортоноң https://ddtsterlibash.02edu.ru/ һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең https://duschstb.02edu.ru/ сайттарында, шулай уҡ Стәрлебаш ауылындағы Балалар ижад йортоноң «Бәйләнештә» селтәрендәге https://vk.com/club91655254 төркөмөндә таныша алаһығыҙ.

Навигаторға http://р02.навигатор.дети һылтанмаһы буйынса инә алаһығыҙ. Шулай уҡ Интернетта «Башҡортостан Республикаһында балаларға өҫтәмә белем биреү Навигаторы» тип эҙләй алаһығыҙ.

Мәғариф бүлеге ата-әсәләргә балаларына ижади берләшмәләр һәм спорт секциялары эҙләгәндә ошго мөмкинлектән файҙаланырға тәҡдим итә.


Читайте нас: