Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Ноябрь 2018, 12:19

Йәмәғәт тикшереүенә саҡырабыҙ

2014 йылдың 28 июнендәге «Рәсәй Федерацияһында стратегик планлаштырыу тураһында»ғы 172-ФЗ Федераль Законына һәм Башҡортостан Республикаһында муниципаль райондарҙы (ҡала округтарын) социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһын эшләү буйынса методик тәҡдимдәргә ярашлы, Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте тарафынан 2030 йылға тиклем Районды социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһы проекты (артабан стратегия) эшләнде.

Стратегия проекты район хакимиәте сайтында «Иҡтисад» бүлегендә «Стратегик планлаштырыу» рубрикаһында урынлаштырылды.

Хөрмәтле район халҡы! Һеҙҙең стратегия проекты буйынса тәҡдимдәр һәм иҫкәртмәләр ебәреү мөмкинлеге бар. Уларҙы [email protected] электрон адресына ебәреүегеҙҙе һәм темаһын «Стратегияны тикшереү» тип күрһәтеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Йәмәғәт тикшереүе срогы: ағымдағы йылдың 1 декабренән 15 декабренә тиклем.

Тәҡдимдәр һәм иҫкәртмәләр түбәндәгесә:

1. doc форматында.

2. Автор тураһында киләһе мәғлүмәт: фамилияһы, исеме, атаһының исеме (һуңғыһы булған хәлдә), бәйләнеш өсөн мәғлүмәт (почта адресы, телефон номеры) булырға:

3. Ике төп блоктан торорға:

- ҡыҫҡаса йөкмәткеһе;

- төп өлөшө (тәҡдимдәр һәм иҫкәртмәләрҙе тулыһынса әйтеп биреү).

4. Стратегик йүнәлештә булырға.

5. Һөйләмдәр ҡабат-ҡабат түгел, ә аныҡ булырға тейеш.

Түбәндәге тәҡдимдәр һәм иҫкәртмәләр ҡаралмай:

- автор тураһында мәғлүмәт булмаған (2-се пункт);

- Стратегия проектын тикшереү темаһына ҡарамаған;

- уҡып булмаған;

- конструктив характерҙа булмаған;

- йәмәғәт тикшереүе тамамланыу срогы бөткәндән һуң ебәрелгәндәр.

Стәрлебаш районы

муниципаль район

хакимиәте.
Читайте нас: