Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Ноябрь 2018, 12:10

Таҙартыу ҡоролмалары. Уны төҙөү граждандар йыйынында тикшерелде

Быға тиклем яҙыуыбыҙса, беҙҙең районда «Республиканың йөҙ йыллығына йөҙ яңы объект» республика проекты сиктәрендә Первомайский һәм Мәҡсүт ауылдары араһында таҙартыу ҡоролмалары төҙөү планлаштырылған.

Республика бюджетынан бүленгән тәүге 5 млн. һумға проект - тикшереү эштәре башҡарылған. Белгестәр әйтеүенсә, бында барыһы ла: тупраҡтың сифаты, ер аҫты һыуҙары тәрәнлеге, йәнәшәлә һыу ятҡылығының булыуы һ.б. иҫәпкә алынған. Проекттың дөйөм хаҡы - 155 млн. һумдан ашыу. Бөгөн уларҙы үҙләштереү башланған - ер эштәре алып барыла. Был Пермь ҡалаһынан проект авторҙарының иҫәп буйынса эшләгән 41-се ҡоролмаһы. «Экострой проект» йәмғиәтенән проекттың генераль директоры Татьяна Попова әйтеүенсә, бында таҙартыуҙың биологик принцибы һалынған. 18 сәғәт дауамында биомасса - әүҙем ләм - резервуарға һалынған хужалыҡ - бәҙрәф ҡалдыҡтарын эшкәртә. Артабан алынған шыйыҡса кремний фильтры аша үтеп, һыу яҡтылығына таҙа һыу булып ағып сыға. Уны эсергә ярамай, әммә ул әлеге ваҡытта йылғаға аҡҡан һәм тирә-яҡ тәбиғәтте бысратҡан таҙартылмаған һыуҙан бик ныҡ айырыла, әлбиттә.

Ни өсөн урын тап Первомайский ауылы эргәһендә һайланған? Сөнки ошонда ғына үҙәкләштерелгән канализация торбалары бар, улар таҙартыу ҡоролмалары менән тамамланырға тейеш. Уларҙы төҙөү тураһында ҡарар ҡасандыр 2014 йылда уҡ ҡабул ителһә лә, аҡса булмау сәбәпле, мөмкин булмаған.

Беренсе ошондай ҡоролма Рәсәйҙә 2000 йылда эшләй башлай, артабан үҙен һәйбәт тәҡдим иткән башҡалары ла төҙөлә. Улар Пермь өлкәһендә, Удмуртияла һәм башҡа төбәктәрҙә бар. Беҙҙең республика территорияһында иһә - ул беренсе. Шуға ла урындағы халыҡ араһында төрлө фекерҙәр һәм реакция уяталыр, бәлки.

Бөгөн, аҡса бүленеп, эштәр башланғас, район гәзитендә быға бәйле мәҡәләләр баҫылып сыҡһа ла (һуңғыһы 2018 йылдың 24 авгусындағы 68-се һанында), халыҡ, әйтергә кәрәк, һуңлап ҡына уларға был кәрәкме - юҡмы, экологияға зыян итмәҫме, кешеләрҙең һаулығына наар йоғонто яһамаҫмы тип борсола башланы.

Барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн «Ттүңәрәк өҫтәл» үткәрергә ҡарар ителә. Унда теләгән һәр кем саҡырыла. Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, тереклекте тәьмин итеү буйынса уның урынбаҫары И.Ибәтуллин, Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Э.Денисов, подрядсы вәкилдәре һәм судподрядсылар, Первомайский ауылы старостаһы Н.Сәйфуллин килде. Был сара улар өсөн ойошторолһа ла, Первомайский һәм Мәҡсүт ауылдары халҡы ғына булманы.

Шуға ҡарамаҫтан, уҙған йома көндө Мәҡсүт ауылы мәсете эргәһендә Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эдуард Денисов инициативаһы буйынса проблеманы тикшереү шулай ҙа булды. Унан һәм ике ауыл халҡынан тыш, йыйынға Татьяна Попова, генподрядсы һәм субподрядсы вәкилдәре һәм райондың йәмәғәт советы рәйесе Гөлнара Ибәтуллина саҡырылды. Фекер алышыуҙар бик ҡыҙыу барҙы. Халыҡ исеменән Фәрғәт Әһлиуллин һәм Рәхимйән Мөхәмәтйәров сығыш яһаны. Ҡоролмаларҙы төҙөү онкологик сирлеләрҙең былай ҙа күп һанын тағы ла арттырасаҡ, тип иҫәпләй улар (ә уйлап ҡараһаң, уларҙың һаны кәмергә тейеш). Таҙартыу ҡоролмаларынан сыҡҡан тауыш яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәргә ҡамасаулаясаҡ, ә ҡалдыҡтар - һаҫыҡ еҫ сығарасаҡ тиҙәр улар (әммә эксперттар баһалауынса, тауыш көслө, ә еҫ артыҡ ныҡ булмаясаҡ). Йыйылыусыларҙың һорауҙарына Татьяна Юрьевна, Эдуард Анатольевич, төҙөлөш объектының баш инженеры аныҡ яуап бирҙе, шулай уҡ Гөлсара Халморат ҡыҙы һәм райондың элекке архитекторы Валерий Мәжитов үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Йыйын өс сәғәт дауам итте. Әммә йыйылыусылар барыбер бер фекергә килә алманы. Тимәк, һөйләшеү дауам итәсәк, тип уйлайбыҙ.

Рәйсә МУСИНА.
Читайте нас: