Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Ноябрь 2018, 12:22

Барлыҡ һынауҙарҙы еңгән ағай

3 декабрҙә тотош донъяла сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына бағышланған саралар үткәрелә. Был көндөң төп маҡсаты -ошо кешеләргә ҡарата йәлләү хисе уятыу түгел, ә киреһенсә, улар ҙа беҙҙең кеүек йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзалары булыуҙарын хәтергә төшөрөү. Шулай уҡ уларға социаль яҡлау һәм ярҙам талап ителеүен дә оноторға ярамай.

Һарайҫа ауылынан Ғәйнулла Батыршин (һүрәттә) 30 йыл тирәһе малсылыҡ тармағында эшләй. Бөгөн ул өсөнсө төркөм инвалиды. Уның иңенә төшкән бик күп тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, һынмаған-һығылмаған, күптәр кеүек эскелеккә бирелмәгән, ә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған өлкән ҡыҙы Айгөлгә опекунлыҡ юллап, яңғыҙы өс балаһын эшһөйәр итеп лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн Айгөл банк өлкәһендә эшләй. Тормош иптәше менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Улы Рәил күптән түгел генә армиянан ҡайтҡан. Ул Хабаровск өлкәһендә стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ғәйнулла ағай уның хәрби часть командованиеһынан яуаплы, намыҫлы Ватанды һаҡлаусы ул тәрбиәләгәне өсөн бер нисә тапҡыр Рәхмәт хаты ала. Әйткәндәй, армияға алынғансы Рәил Стәрлебаш тармаҡ-ара колледжын тамамлай.

- Улым бик яҡшы характеристика менән ҡайтты, миҙал бирһәң дә була, - тип йылмая өс бала атаһы, ә күҙҙәрендә - ғорурлыҡ хисе.

Кесе ҡыҙы Дилбәр - Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринар факультетының икенсе курс студенты, һәйбәт уҡый.

- Хәҙер мал-тыуарҙы әҙерәк аҫрайым, элегерәк күберәк тота инем. Картуф һәм йәшелсә баҡсаһы бар. Өҫтәлдә һәр ваҡыт үҙебеҙҙең ризыҡ, - ти Ғәйнулла Хәйрулла улы.

Урта буйлы, көслө ихтыярлы Ғәйнулла ағайҙың күңел байлығына хайран ҡалырға мөмкин. Ул - тормошта ауыр хәлдә ҡалғас, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнеүгә ҡарамаҫтан, сикһеҙ теләк менән, бөтә ихтыяр көсөн туплап, һынауҙарға бирешмәйенсә лайыҡлы йәшәү, һау сәләмәт булғандар менән бер рәттән эшләү, балалар тәрбиәләү үрнәге. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул тулы ҡанлы, бай тормош менән йәшәй. Ә бөтөн нимәгә эйә, сәләмәт булған һәм һәр ваҡыт тормошҡа зарланғандарға көслө ихтыярлы Ғәйнулла Батыршиндан үрнәк алырға кәрәк.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: