Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Ноябрь 2018, 12:25

Һалымдарҙы өйҙә лә түләргә мөмкин. Быға хәҙер хат ташыусылар ярҙам итә

Бөгөнгө көндә, Интернет тормошобоҙға ныҡлы үтеп ингән һайын, Дәүләт хеҙмәттәре порталынан файҙаланып, бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә, төрлө түләүҙәр, шул иҫәптән һалымдарҙы ла түләргә мөмкин.Әммә, күпселек пенсионерҙар йәшәгән ауыл ерендә һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙары халыҡҡа традиция буйынса «Рәсәй Почтаһы» аша таратыла.Беҙҙә был эш нисек ойошторолоуы тураһында күптән түгел Стәрлетамаҡ почтамтының Стәрлебаш цехы начальнигы Л.Ғ.Иҫәнғужина менән һөйләшеү булды.

- Люзиә Ғәлинур ҡыҙы, билдәле булыуынса, 3 декабрҙә физик шәхестәрҙең милкенә һалымдарҙы түләү срогы тамамлана. Ошоға бәйле, беренсе һорау - һалым белдереүҙәре менән заказлы хаттарҙы илтеү нисек ойошторолдо, барлыҡ һалым түләүселәр уларҙы ваҡытында алдымы?

- Һалым белдереүҙәрен илтеп биреүҙә беҙҙең районда 43 хат ташыусы ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, бөтә һалым корреспонденцияһы һалым түләүселәргә килешелгән срокта илтеп тапшырылды, ә был 10565 хат.

- Һалымдарҙы йыйыуҙы арттырыу өсөн почтамтта ниндәй саралар күрелде?

- Һалым түләүҙәрен ҡабул итеү райондың һәр почта элемтә бүлексәһендә ойошторолдо. Бынан тыш, хат ташыусылар мобиль почта-касса терминалы менән һалым түләүселәрҙең өйҙәренә барып, түләүҙәрҙе ҡабул итте.

- Йәғни, хат ташыусы аша тура түләргә лә мөмкинме?

- Эйе, бөгөнгө көндә был һорау менән файҙаланған хеҙмәт. Әлеге ваҡытта һәр өсөнсө хат ташыусы түләүҙәр ҡабул итеү өсөн мобиль терминал менән йыһазландырылған. Бындай сервис пенсионерҙар һәм ниндәйҙер сәбәптәр буйынса өйҙән сыға алмағандар араһында бик популяр.

- Өйҙән сыҡмайынса мин тағы ниндәй түләүҙәр башҡара алам?

- Мобиль терминал аша төрлө, шул иҫәптән коммуналь хеҙмәттәргә, дәүләт пошлиналарын һәм штрафтарҙы, страховка өсөн түләргә мөмкин.

- Һеҙҙең тәжрибәнән сығып, район халҡы араһында почтала ниндәй хеҙмәттәр популяр?

- Һис шикһеҙ, был коммуналь түләүҙәр. Әйткәндәй, ошондай клиенттар өсөн беҙ махсус рәүештә төрлө дәртләндереү акциялары үткәрергә тырышабыҙ, был иһә хеҙмәттәрҙең популярлығын тағы арттыра. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың аҙағына тиклем почтала коммуналь хеҙмәттәргә бер мең һум сумманан алып түләһәгеҙ билдәле брендтан мультиварка, блендер, термопод, аш-һыу үлсәгесе йәки үтеккә эйә була алаһығыҙ. Өҫтәүенә, бер ниндәй ҙә анкеталар тултырырға кәрәкмәй. Шуныһы мөһим, акцияла һәр түләү ҡатнаша. Шуға күрә түләүҙәр ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте һәр почта бүлексәһендә белергә мөмкин.

- Һеҙ страховкалар тураһында ла телгә алдығыҙ. Уларҙы мин шулай уҡ почтала һатып алып, шунда уҡ түләй аламмы?

- Почтала ла, өйҙә лә. Беҙҙең операторҙар һәм хат ташыусылар һеҙгә төрлө страховка тәҡдим итергә әҙер. Бер айға милекте һәм һаулыҡты страховкалау бик популяр. Ғәҙәттә, кешеләр коммуналь хеҙмәттәргә түләгәндә был продуктты һатып ала. Бер айға түләнең - бер айға страховкаланың. Бында страховка ни бары 45 һум тора, бик уңайлы. Был ҡалған аҡсағыҙға шоколад һатып алған кеүек. Әгәр страховка осрағы була ҡалһа, түләү 110 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк. Килешерһегеҙ, был бөтөнләй башҡа аҡса.

Күптән түгел генә беҙ клиенттарыбыҙға «Защита дома» тип аталған милекте страховкалауҙың тағы бер төрөн тәҡдим итә башланыҡ. Был продукттың үҙенсәлеге - хәүефтең иң күп исемлеге. Бында стихиялы бәлә-ҡазалар, һыу ташыу, янғын, шартлау, йәшен, өсөнсө кешеләрҙе законһыҙ ғәмәлдәре, бәрҙертеү, ағастың һәм техниканың ауыуы. Өйгә йәки фатирға страховка түләүҙәре 1 млн. һумға тиклем тәшкил итеүе мөмкин.

- Бөгөн кеше ҡайҙа йәшәүгә ҡарамаҫтан, республика халҡын банк хеҙмәткәре менән тәьмин итеү зарурлығы тураһында күп һөйләйҙәр. Бында почтаға ниндәй роль бирелә?

- Райондың почта бүлексәләрендә бөтә төр банк продукттары күрһәтелә. Был карта буйынса ҡалған аҡсаға йылына 6%ҡа тиклем түләү менән һаҡлыҡ иҫәбен асыу, ҡулаҡса менән кредит һәм кредит карталарына ғаризалар ҡабул итеү, вкладтар асыу, пенсияларҙы «Почта Банк»ка күсереү. Шуға иғтибар итегеҙ, ноябрҙең аҙағына тиклем йылына юғары 7,5 процент ставкаһы менән вклад асырға мөмкин.

- Бөгөн халыҡ араһында банк карталары популяр, улар менән түләгәндә сауҙа селтәрҙәрендә өҫтәмә төшөм алырға мөмкин.

- Бындай мөмкинлекте «Пятерочка» МИР картаһы тәҡдим итә. Был «Почта Банк» картаһы, ул «Пятерочка» магазины селтәрҙәрендә һатып алыуҙарҙан күберәк экономияларға, шулай уҡ ай һайын картала ҡалған аҡсаға процент төрөндә өҫтәмә килем алырға булышлыҡ итә. Карта алғанда Һеҙ бүләккә 500 һум алаһығыҙ (250 һум карта алғанда + 250 һум тыуған көнгә). Бынан тыш, ошо селтәрҙең ғәҙәти дисконт картаһына ҡарағанда, «Пятерочка»ла ошо карта менән түләһәгеҙ өс тапҡырға күберәк балл ала алаһығыҙ. Башҡа магазиндарҙа ла карта менән түләп «Пятерочка» балдарын йыйырға мөмкин.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Люзиә Ғәлинур ҡыҙы.

Р.МУСИНА яҙып алды.
Читайте нас: