Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ноябрь 2018, 11:55

Терроризмдың йөҙө - фажиғәле Һәм иң мөһиме - уға юл ҡуймаҫҡа

Һуңғы йылдарҙа телевизор экрандарынан терроризм, «ИГИЛ» һүҙҙәрен, ябай халыҡты бомбаға тотоу, метро, театр, мәктәптәрҙә шартлауҙар тураһында йыш ишетәбеҙ. Мәҫәлән, Беслан, «Норд-ост», Дубровка, Волгодонск, Буйнакск, «Третьяков» метроһы, Манеж майҙанында шартлау - был иң ҙур теракттар, улар тураһында беҙ телетапшырыуҙарҙан һәм матбуғат баҫмаларынан беләбеҙ. Терроризмдың йөҙө - ҡурҡыныс, ҡанлы. Һәм уларҙың ҡабатланыуына юл ҡуймау мөһим. Беҙҙең районда шартлауҙар булғаны юҡ һәм был бик һәйбәт. Ауыл халҡы үҙен тыныс хис итһен өсөн ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында район полицияһы начальнигы И.С.Ҡолһарин менән әңгәмәләшәбеҙ.

- Илфат Сибәғәтулла улы, Һеҙ етәкләгән эске эштәр бүлеге коллективы көн һайын күҙгә күренеп бармаған, әммә еңел булмаған һәм кешеләргә кәрәкле көндәлек эш башҡара. Был турала ентекләберәк һөйләгеҙ әле.

- Мин үҙем, 2001 йылдың февраленән майына тиклем Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла Башҡортостан Республикаһының йыйылма отряды составында ҡатнаштым, шуға күрә терроризм, экстремизм мәсьәләләре тураһында практиканан беләм һәм уларға бик етди һәм яуаплы ҡарайым.

Белем һәм Балаларҙы яҡлау көндәре, Һабантуй, 9 Май, Ҡорбан байрамы, Яңы йыл кеүек районда үткәрелгән киң күләмле һәр сара алдынан беҙҙең хеҙмәткәрҙәр эттәр менән объекттарҙы тикшереү үткәрә. Уларҙы сит хәүефле предметтар, ғәҙәттән тыш хәл осрағында эвакуация юлдары булыу-булмауға тикшерә.

Барлыҡ байрам даталары алдынан шәхси остав көсәйтелгән эш режимына күсә: иҫәптә торған кешеләрҙе тикшерә; патруллек иткән наряд маршруттары сара үткәрелгән урындарға яҡыная. Кәрәк булһа объекттар тәүлек әйләнәһенә һаҡ аҫтына алына. Мәҫәлән, һайлау алдынан.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр, төрлө хәл-ваҡиғалар, шул иҫәптән теракттар барлыҡҡа килгәндә һәм уларҙы бөтөрөү өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең оҫталығын арттырыу өсөн райондың ҡотҡарыу хеҙмәттәре (Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, газ хеҙмәте, үҙәк район дауаханаһы) сараларын йәлеп итеп, эске эштәр бүлегенең шәхси составына күнекмәләр үткәрелә.

- Быларҙың барыһы ла Һеҙҙең коллектив тарафынан башҡарыла. Ә башҡа ойошмаларҙа, мәҫәлән, мәктәптәрҙә һәм дауаханаларҙа ошо ҡот осҡос күренеште профилактикалау өсөн нимәләр эшләнә?

- Һәр мәктәптә, балалар баҡсаһында, дауаханала «Хәүефһеҙлек мөйөшлөктәре», стендтар бар. Уларҙа аныҡ инструкциялар бирелә, сит, шикле әйбер күрһәгеҙ, вербовкалаусыларҙың «ҡармағына» эләгеп, нисек террористик ойошмаларға эләкмәҫкә, әгәр террористар һеҙгә һөжүм итһә йәки һеҙҙең йәнәшәлә теракт ҡылынһа нимә эшләргә кәрәклеге аңлатыла. Шулай уҡ шартлы янған бинанан балаларҙы, персоналды һәм башҡа кешеләрҙе эвакуациялау буйынса күнекмәләр үткәрелә. Мәҫәлән, ошондай уҡыуҙар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәрен йәлеп итеп урындағы училищела, район дауаханаһында, балалар баҡсаларында үткәрелә. Йәйен район үҙәгендә террористар тарафынан ҡулға алынған кешеләрҙе азат итеү һәм киң күләмле тәртипһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса уҡыу күнекмәләре үтте һәм ошондай күнекмәләр өйрәнеү өсөн генә булһын ине. Улар барышында алынған оҫталыҡ бер ҡасан да кәрәк булмаһын.

- Теракт ҡорбаны булмаҫ өсөн район халҡына нимә кәңәш итерһегеҙ?

- Бының өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү зарур: ҡулығыҙға таныш булмаған предметтар алмағыҙ һәм ҡарамағыҙ; сүп-сар контейнерҙары, урна, ҡалдырып кителгән балалар коляскалары, хужаһыҙ сумаҙандар эргәһендә тормағыҙ - йыш ҡына тап ошо урындарҙа шартлатҡыс һалына; таныш булмаған кешеләрҙән пакеттар һәм сумкалар алмағыҙ. Хәтерегеҙҙән сығармағыҙ: предметтың тышҡы күренеше уның ысын тәғәйенләнешен йәшереүе мөмкин. Шартлатҡыс ҡоролмалар өсөн камуфляж сифатында ябай көнкүреш предметтары: сумкалар, пакеттар, төргәктәр, тартмалар һәм хатта балалар уйынсыҡтары ҡулланыла; шикле корреспонденция: посылкалар йәки бандеролдәрҙе асмағыҙ. «Хатта бомба» тибындағы шартлатҡыс ҡоролмалар ғәҙәттә 5-10 миллиметр ҡалынлыҡта була. Хат ҡулъяулыҡ йәки кеҫәгә һалынып йөрөтөлгән календарға оҡшаш булыуы ихтимал. Бындай хат алған осраҡта, уны асмағыҙ, ә белгестәрҙе саҡыртып уны тикшереү өсөн уларға бирегеҙ; шикле кешеләрҙән һаҡ булығыҙ; иҫке йәки ташландыҡ автомобилдәргә яҡын килмәгеҙ; хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә тапҡан шикле предметтар, шулай уҡ шикле кешеләр тураһында хәбәр итегеҙ; кеше күп йыйылған урындарҙа булғанда бинанан өҫтәмә сығыу урындары ҡайҙа булыуын һорашығыҙ; әгәр шартлау, янғын булһа, бер ҡасан да лифттан файҙаланмағыҙ һәм паникаға бирелмәҫкә тырышығыҙ.

- Террористар, ғәҙәттә, йыш ҡына атака өсөн кеше күп йыйылған урындарҙы һайлай.

- Террористик акт мәлендә кешеләр паника һөҙөмтәһендә бер-береһен ҡыҫҡан ваҡытта ла йәрәхәт ала йәки вафат була. Шуға күрә, кеше күп булған урындарҙа киләһе ҡағиҙәләрҙе хәтерегеҙҙән сығармағыҙ: иң хәүефһеҙ урынды һайлағыҙ. Ул кешеләрҙең күпләп йыйылған урынынан, трибунанан, сүп-сар контейнерҙарынан, йәшниктәрҙән, ҡалдырылған пакет һәм сумкаларҙан, быялалы витриналарҙан, ихата һәм ҡоймаларҙан алыҫыраҡ булырға тейеш; паника барлыҡҡа килгән осраҡта, үҙегеҙҙән галстукты, шарфты мотлаҡ сисегеҙ. Әгәр кешеләр ныҡ ҡыҫа башлаһа ҡулдарығыҙҙы барлыҡ предметтарҙан бушатығыҙ, мөмкин булғанса кейемегеҙҙә төймәләрегеҙҙе элегеҙ, ҡулдарығыҙҙы күкрәк тәңгәленә ҡуйығыҙ - бындай осраҡта һеҙ үҙегеҙҙе ҡыҫыуҙан һаҡлай аласаҡһығыҙ; әгәр халыҡ хәрәкәт итә башлаһа, магазиндарҙың быяла витриналары, бина стеналары, ағастар эргәһендә тороу хәүефле. Күп йыйылған кешеләр тарафынан ҡыҫылып, һеҙ етди йәрәхәт алыуығыҙ ихтимал; бар көсөгөҙгә аяғығыҙҙа торорға тырышығыҙ. Хәрәкәт иткән кешеләр араһында, иң мөһиме, йығылмаҫҡа, шуға күрә уларҙың йүнәлеше буйынса барырға һәм уның үҙәгендә булырға тырышырға кәрәк (бында маневрҙар яһау өсөн мөмкинлектәр һәм уйлау өсөн ваҡыт күберәк); йығылһағыҙ тиҙ арала торорға тырышығыҙ йәки башығыҙҙы ҡулығыҙ менән ҡаплап сүкәйеп ултырығыҙ. Бер нисә кеше бер-береһенең өҫтөнә йығылған осраҡта бер нимәгә ҡарамаҫтан торорға тырышығыҙ; әгәр йәш ағыҙа торған газ ҡулланылһа: ауыҙығыҙҙы һәм танауығыҙҙы ҡулъяулыҡ менән ҡаплағыҙ; әгәр күҙегеҙгә зыян килһә, күҙ йәштәре химик сараларҙы йыуып төшөрһөн өсөн күҙегеҙҙе тиҙ һәм йыш асып-йоморға кәрәк. Ниндәй ҙә осраҡта иң яҡшыһы газ ҡулланған урындан тиҙерәк китеү; лозунгтар әйтеү һәм ҡысҡырыу менән иғтибар йәлеп итмәү; агрессив кешеләргә һәм төркөмдәргә яҡын килмәҫкә.

Ниндәй ҙә шикле осраҡта 2-20-80 (эске эштәр бүлегенең дежур часы телефоны), шулай уҡ 02, 102, 112 телефондары аша шылтыратығыҙ.

- Илфат Сибәғәтулла улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Рәйсә МУСИНА яҙып алды.
Читайте нас: