Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ноябрь 2018, 12:07

Республика йыйылма командаһына инделәр

Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһында милли көрәш буйынса республика чемпионаты үтте.

Беҙҙең район батырҙары - йәнә призерҙар иҫәбендә. Рөстәм Мөхәмәтшин (100 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында), Азамат Собханғолов (90 кг) һәм Айнур Кинйәбаев (70 кг тиклем) өсөнсө урынға лайыҡ булды. 60 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында Альфред Ҡолһарин икенсе призер булды. 90 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында спортсылар араһында Илдар Моратовҡа тиңдәр булманы.

Шулай итеп, ошо һайлап алыу ярыштарында беренсе һәм икенсе урындар яулаған Илдар Моратов (Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-преподавателе) һәм Альфред Ҡолһарин (Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлеге хеҙмәткәре) республикабыҙҙы Рәсәй чемпионатында күрһәтәсәк команда составына инде. Беҙ иһә уларға уңыштар һәм сираттағы еңеүҙәр теләйбеҙ!


Читайте нас: