Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ноябрь 2018, 11:51

Көнүҙәк мәсьәләләр - техника ремонтлау һәм малдарҙы ҡышлатыу

Сираттағы ауыл хужалығы йылы тамамланды. Көсөргәнешле урып-йыйыу осоронан һуң, киләһе миҙгелгә тиклем кешеләргә генә түгел, техникаға ла ял талап ителә. Шуға күрә, техниканы һаҡлауға ҡуйыу, уны ремонтлауҙы ойоштороу - һәр ауыл хужалығы предприятиеһы һәм крәҫтиән-фермер хужалығы өсөн мөһим һәм яуаплы эш. Шулай уҡ ошо көндәрҙә барлыҡ ауыл хужалығы фермаларында малдарҙы аҙбарҙарҙа аҫрау осоро бара, был да мөһим бурыстарҙың береһе.Йома көндө Ленин исемендәге хужалыҡ базаһында район семинар-кәңәшмәһе үтте, унда әлеге мәлдә техниканы ремонтҡа ҡуйыу һәм малдарҙы ҡышлатыу кеүек мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Унда район хакимиәтенең АПК бүлеге белгестәре, хужалыҡтың баш инженерҙары, баш зоотехниктары, һөтсөлөк фермалары мөдирҙәре, ветеринар хеҙмәткәрҙәр, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы хужалыҡ етәксеһе Юрис Синәғолов сәләмләне. Артабан күмәкләшеп хужалыҡтың машина-трактор паркын ҡаранылар, тракторҙарҙы һәм тағылмалы агрегаттарҙы ремонтлау барышы менән таныштылар.

- Әлеге мәлдә алты - өс МТЗ, ике Т-4А, бер ДТ-75 тракторҙары ремонтлана, - тип һөйләне хужалыҡтың баш инженеры Амур Синәғолов. - Катоктар, культиваторҙар һәм тырмаларҙы ремонтлау өсөн бригадалар булдырылды.

Ҡиммәтле, ҡеүәтле агрегаттарҙы һаҡлау өсөн бында ябыҡ биналар ҡулланыла. Техника ҡағиҙәләргә ярашлы ҡуйылған, уны һаҡлау өсөн барлыҡ саралар ҡабул ителгән.

Семинарҙа ҡатнашыусылар машина-трактор паркының һәр мөйөшөн тиерлек ҡарап сыҡты, биналарҙа һәм майҙансыҡтарҙа тәртипте, хеҙмәтсәндәр өсөн эш шарттарын баһаланы.

Артабан улар малдарҙы ҡышлатыу шарттары менән танышыу өсөн Ҡуғанаҡбаш малсылыҡ фермаһына йүнәлде. Фермала 400 һауын һыйыр, яҡынса 400 баш йәш мал аҫрала. Әлеге мәлдә кооператив буйынса көндәлек уртаса һауым 4,1 тонна тәшкил итә. Һөттө «Уфамолгорзавод» йәмғиәтенә юғары сорт менән тапшыралар. Йыйылыусылар һыйыр, быҙау аҙбарҙарын, ике танкер - һыуытҡыс ҡуйылған һөт блогын, баш ветеринар табип бүлмәһен ҡарап сыҡты. Хужалыҡта мал аҙығы етерлек күләмдә, атап әйткәндә, шартлы һәр баш малға 48,5 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән. Мал аҙығы ҡуйылған урын тулыһынса кәртәләнгән. Етәкселек пландарында - малдарҙы туҡландырыуҙы автоматлаштырыу өсөн мал аҙығы таратҡыс һатып алыу.

Һәүкәштәр тейешенсә ашатыла һәм ҡарала. Быҙауҙарҙы аҫрау айырыуса контроль аҫтында. Семинарҙа ҡатнашыусылар быға шәхсән инана алды. Күптән түгел генә бында быҙауҙарҙы яңы технологиялар буйынса үҫтерә башлағандар. «Экопрод» йәмғиәте рәйесе Рөстәм Бәҙретдинов был турала ентекләберәк һөйләне.

Артабан һөйләшеү-теоретик өлөш - Ҡуғанаҡбаш ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте, бында ҙур булмаған музыкаль тәнәфестән һуң Юрис Юнир улы ағымдағы йылда башҡарылған эштәр, алынған килем, хужалыҡтың ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Ағымдағы йылда хужалыҡтың машина-трактор мастерскойы барлығы «Акрос 550» комбайны, «Агратор Анкер-8500» сәсеү комплексы, «Арктика-2500» һөт һыуытҡысы менән тулыланған. Шулай уҡ Ҡуғанаҡ йылғаһы аша күпер ремонтланған, хужалыҡ тарафынан шишмәне төҙөкләндереүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтелгән.

АПК бүлегенең баш инженеры Рәил Туҡбаев сығышында техника ремонтлау буйынса звенолар булдырылған ауыл хужалығы предприятиеларын билдәләне, йыйылыусыларҙы БР Хөкүмәте һәм район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровтың ауыл хужалығы техникаһын әҙерләүгә календарь сроктары билдәләү һәм уны ремонтлау графигы тураһында күрһәтмәләре менән таныштырҙы. Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Минияр Насиров үҙ йөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы техник тикшереү һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. АПК бүлегенең баш зоотехнигы Наил Йосопов ағымдағы йылдың 10 айында малсылыҡ тармағы эшенә анализ менән таныштырҙы. Район ветеринар станцияһы начальнигы Азат Әхмәров бик мөһим мәсьәләгә - башҡа төбәктәрҙән малдарҙы санкцияланмаған рәүештә индереүгә һәм уның эҙемтәләренә иғтибарын йүнәлтте. Азат Рәхимйән улы шулай уҡ йыл аҙағына тиклем барлыҡ йәмәғәт малына (эре һәм ваҡ малға) бирка һалынырға һәм йылҡыларға чип ҡуйылырға тейешлеге тураһында йыйылыусыларҙың хәтеренә төшөрҙө.

Күреүебеҙсә, семинарҙа төрлө һәм мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Бик күп хужалыҡ етәкселәре, белгестәре, фермерҙар киләсәктә үҙҙәренә эш өсөн кәрәк буласаҡ бик күп файҙалы мәлдәрҙе билдәләне.

Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар сараны ойоштороуҙы юғары баһалап, Ленин исемендәге хужалыҡ етәкселегенә тәжрибә уртаҡлашыу һәм фәһемле аралашыу өсөн шарттар булдырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.


Читайте нас: