Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ноябрь 2018, 12:00

Инструкция буйынса аныҡ эш иттеләр

Ошо көндәрҙә сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация филиалында терроризмға ҡаршы йүнәлтелгән һәм балаларҙы, хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялап, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлеккә бәйле күнекмәләр үтте.

Ошо сараны үткәреү маҡсаты персоналдың эвакуацияға әҙерлеген һәм сит предметтарҙы, шартлаусан матдәләрҙе күргәндә, шартлау хәүефе тыуғанда нимә эшләргә кәрәклеген тикшереү, шулай уҡ персоналды тейешле хеҙмәттәр подразделениелары менән үҙ-ара бәйләнешлек итеү тәртибенә һәм ҡағиҙәләренә өйрәтеү булды.

Сит предметтарҙы «күргәндән» һуң, бөтә балалар хеҙмәткәрҙәрҙең етди контроле аҫтында күрше ветеринар станцияһына ойошҡан рәүештә эвакуацияланды, шул уҡ мәлдә етәксе махсус хеҙмәттәрҙе: эске эштәр органдары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, газ хеҙмәте вәкилдәрен һәм ашығыс ярҙам саҡыртты. Улар килеп еткәнсе һаҡсылар сит кешеләрҙе бинаға индермәне.

Күнекмәләр барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын үтәп үткәрелде. Шикле предметтарҙы тикшереп, уны «хәүефһеҙләндергәндән» һуң, балалар реабилитация үҙәгенә инде. Махсус хеҙмәттәр һәм филиал хеҙмәткәрҙәре ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәне. Күнекмә тамамланғандан һуң унда ҡатнашыусыларҙың барыһының да эштәре тикшерелде.

Дөйөм алғанда, күнекмәлә ҡатнашыусылар алдына ҡуйылған бурыс тулыһынса һәм һөҙөмтә менән башҡарылды - үҙәк хеҙмәткәрҙәренең ғәмәлдәре оператив һәм белемле тип танылды. Улар инструкция буйынса аныҡ эш итте. Һөҙөмтәлә, һәр кем террористик акт ҡылыу хәүефе янағанда аныҡ оператив эш итеүҙә практик тәжрибә алды. Бындай күнекмәләр беҙҙең районда йыш үткәрелә, был янғындарҙың һәм уларҙың эҙемтәләрен, шулай уҡ башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр барлыҡҡа килеү хәүефен кәметеүҙе тәьмин итә, унда ҡатнашыусыларҙың барыһының да яуаплылыҡ кимәлен арттыра.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА.
Читайте нас: