Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ноябрь 2018, 12:02

Бергә булыу - ысын бәхет

Улар 50 йыл бергә! Хатта күпме йылдар үтһә лә, элеккесә бер-береһенә наҙ һәм һөйөү менән ҡарай. Тәү ҡарашҡа, ирле-ҡатынлы Искәндәровтар холоҡтары буйынса төрлө кеүек күренә, был иһә ошо парға күркәмлек кенә өҫтәй. Ғаилә башлығы Хәлит Мәжит улының етди, уйлап эш итеүе йәмәғәте Мәүсилә Миңлеғәли ҡыҙының шат, асыҡ күңелле булыуы, аралашыусанлығы менән үрелә.

Алыҫ 60-сы йылдарҙа Стәрлетамаҡ медицина училищеһында тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән Мәүсилә Искәндәрова (ҡыҙ фамилияһы Туҡтарова) Стәрлебаш район дауаханаһында практика үтә. Уҡыуын тамамлағандан һуң да ошонда эшкә ҡайта.

- Оҙаҡ эшләй алмаҫһың, - ти шул саҡ училище директоры. - Ҡалаға ҡайтасаҡһың, күр ҙә тор.

Әммә Мәүсиләне эштең ауырлыҡтары ла, шарттары ла ҡурҡытмай. Иң мөһиме, уға коллектив, ундағы дуҫтарса мөхит бик оҡшай.

Тәүге ваҡытта ул балалар бүлегендә эшләй. Коллективҡа бик тиҙ өйрәнә. Кескәй пациенттар ҙа уны яратып, «матур апай» тип йөрөтә. Бер ни тиклем ваҡыт Мәүсилә Миңлеғәли ҡыҙы хирургия бүлеге шәфҡәт туташы була. Һуңынан байтаҡ йылдар (хаҡлы ялға сыҡҡансы) физкабинетта эшләй.

Алтын юбилярҙарҙың танышыу тарихы шулай уҡ район дауаханаһына бәйле. Хәлит Мәжит улы йәш шәфҡәт туташының пациенты була.

- Хәлит миңә укол яһатырға йөрөнө. Оҙаҡламай билдәләнгән дауалау курсы тамамланды, әммә ул һәр кис һайын килеп дауахана ҡапҡаһы төбөндә көтөп, мине өйөмә тиклем оҙатып ҡуя торғайны, - тип хәтирәләргә бирелде Мәүсилә апай. Быға Хәлит ағай:

- Ысын шулай булдымы икән? - тип шаяртып ҡуйҙы.

1968 йылда улар туй яһай. Бер-бер артлы ике бала тыуа. Ҡыҙҙары Илһөйәр әсәһенең юлын һайлай. Ул - Өфө ҡалаһында 21 һанлы ҡала клиник дауаханаһының операция шәфҡәт туташы. Улдары Наил Санкт-Петербургта йәшәй. Балалары уларға бер ейән һәм ейәнсәр бүләк иткән.

Хәлит Мәжит улы байтаҡ йылдар дауаханала механик-техник булып эшләй. Хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләүен дауам итә.

Бөгөн уларҙың икеһе лә хаҡлы ялда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә йыл элек Мәүсилә Миңлеғәли ҡыҙы инсульт кисерә. Өҫтәүенә, уны башҡа ауырыуҙар ҙа яфалай. Сәләмәтлеге менән проблемалар булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт шат күңелле, киләсәккә ышаныс менән йәшәй. Рәхәтләнеп аш-һыу әҙерләй, ләүәштәр һала, ҡунаҡтар ҡабул итә. Мәҫәлән, күптән түгел уларҙы алтын юбилейҙары менән ҡотларға ЗАГС бүлеге начальнигы Роза Кәримова, үҙәк район дауаханаһының ветерандар ойошмаһы рәйесе Сәлимә Ғилманова килде.

- Һеҙ, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡултамғаһы ҡуйылған ҡотлау открыткаһын алыусы беренсе пар, - тип билдәләне Роза Нурулла ҡыҙы, Искәндәровтарға йылы һәм ихлас ҡотлауҙарҙы уҡып.

Сәлимә апай йәш, дәртле Мәүсиләнең медицинала тәүге аҙымдар яһаған ваҡыттарҙы иҫкә алды. Күпме ҡыҙыҡлы, онотолғоһоҙ ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрҙө улар был көндө!

- Ирле-ҡатынлы Искәндәровтар - күркәм ғаилә. Улар ниндәй ҙә хәл-шарттарҙа ярҙамға ашығыусы кешеләр, - ти юбилярҙарға туғандары Тамара Туҡтарова. - Беҙҙең ғаилә уларға барыһы өсөн дә рәхмәтле. Ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ.

Мәүсилә һәм Хәлит Искәндәровтар кеүек ғаиләләр, һис шикһеҙ, йәш быуын өсөн сағыу үрнәк. Улар ихтирамлы булған һәм булып ҡала. Ә иң мөһиме, ныҡлы ғаилә булдырғандар һәм 50 йыл дауамында бер-береһенә ҡарата йылы хистәрҙе юғалтмағандар. Ошо ысын бәхет инде!


Читайте нас: