Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ноябрь 2018, 15:59

Коммерция булмаған ойошмалар үҫешә

Күптән түгел Өфөлә, Конгресс-холда, ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондының «Уңышлы практикалар матрицаһы» проектының һуңғы сараһы үтте. Ул «Төбәктең муниципаль берләшмәләрендә граждандар йәмәғәте институтын үҫтереү: проблемалар һәм хәл итеү юлдары» Төбәк-ара фәнни-практик конференцияһы менән берләштерелде, унда тотош республиканан 200ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Конференция эшендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, республика Йәмәғәт палатаһы ағзалары, министерстволар һәм ведомстволар, муниципалитеттар һәм, әлбиттә, Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән төбәктең коммерция булмаған секторы ҡарамағындағы аҡһаҡалдар Советы вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙең райондан унда район Советы секретары А.Р.Мусаҡаева, райондың йәмәғәт советы рәйесе Г.Х.Ибәтуллина һәм ошо юлдар авторы ҡатнашты.

Сараны республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе, ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондының башҡарма директоры Ольга Панчихина асты, ул «БР социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларҙың уңышлы практикалары матрицаһы» проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында һөйләп, уны төбәктең муниципаль берләшмәләрендә коммерция булмаған ойошмалар үҫеше ҡоралы менән сағыштырҙы.

Ошо проект даирәһендә уның кураторҙары йыл дауамында граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү йүнәлешендә тикшеренеү һәм методик эш менән шөғөлләнде. Уларҙың төп бурысы - коммерция булмаған ойошмаларҙың уңышлы практикаларын, тәжрибәләре менән уртаҡлашыу өсөн әүҙем граждандарҙы асыҡлау булды.

Коммерция булмаған ойошмалар, урындағы үҙидара органдарынан 350 вәкил өсөн 16 белем биреү семенары үткәрелде, уларҙың мәғлүмәт белешмәһе сығарылды һәм унда 680дән ашыу ойошма инде.

Республиканың социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларының уңышлы практикалары йыйылмаһын баҫтырып сығарыу проекттың ҙур һөҙөмтәһе, конференция барышында уға 101 практика инде. Башҡортостандың коммерция булмаған берләшмәләренең уңышлы практикалары 100 меңдән ашыу кешене үҙ эсенә ала.

«Уңышлы практикалар матрицаһы» проектының эксперт-методологик төркөмө етәксеһе, БР Йәмәғәт палатаһы ҡарамағындағы эксперт-консультатив совет ағзаһы Нина Филиппова Башҡортостанда коммерция булмаған ойошмаларҙы, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү перспектикалары тураһында доклад менән сығыш яһаны.

Конференция барышында урындағы үҙидара органдары һәм коммерция булмаған ойошмалар араһында коммуникациялар һәм хеҙмәттәшлек итеүҙе көйләү, территорияларҙы үҫтереүгә халыҡты йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле практикалар миҫалдарын тикшереүгә ҙур иғтибар бирелде. БР муниципаль берәмек хакимиәттәре башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары өсөн шулай уҡ семинар үткәрелде.

Сара «Уңышлы практикалар матрицаһы» проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса асыҡланған урындағы үҙидара органдары һәм коммерция булмаған ойошмаларҙың иң әүҙемдәрен бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.
Читайте нас: