Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ноябрь 2018, 16:21

Изгелек өләшәйек һәм бер-беребеҙгә ярҙамлашайыҡ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был донъяла барыһы ла яҡшы ғына түгел. Һәр ерҙә татыулыҡ һәм тыныслыҡ хөкөм һөрмәй, барлыҡ балалар ҙа сәләмәт булып тыумай. Әммә был етешһеҙлек, ҡайһы саҡ, яҡындарҙың һәм таныштарҙың ғына түгел, ә бөтөнләй таныш булмаған сит кешеләрҙең дә изгелеге, битараф булмауы, миһырбанлығы, дуҫтарса хуплауы, ваҡытында күрһәтелгән ярҙамы менән ҡаплана. Күптән түгел ошондай ярҙам Никольское ауылынан Ренат Һөйөндөковҡа кәрәк булды.

Ренат - бик ҡыйыу малай. Уға ни бары 9 йәш, әммә ҡыҫҡа ғүмерендә бик күп һынауҙар һәм ауырлыҡтар кисергән, быға хатта ҡайһы бер өлкәндәр ҙә түҙә алмаҫ ине. Уға ауыр диагноз ҡуйылған һәм малай бер нисә операция үткәргән. Оҙаҡламай уға Ҡурған ҡалаһында тағы бер операция эшләтергә тура киләсәк. Унда барырға аҡса кәрәк. Һәм бына уның яҙмышына битараф булмаған өлкән кешеләр, атап әйткәндәй, район үҙәгенең Балалар сәнғәт мәктәбе аҡса йыйыу өсөн хәйриә концерты ойошторорға ҡарар итте. Улар ҙур эш башҡарҙы, Ренат тураһында тәрбиәләнеүселәренә һөйләне һәм улар ҙа ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә ҡарар итте. Музыка һәм хореография бүлегендә белем алыусылар концерт әҙерләне. Художество бүлегенә йөрөүселәр үҙ ҡулдары менән брелоктар, сәс ҡыҫтырғыстар, брошюралар, биҙәкле турағыс таҡталар, шкатулкалар эшләгән. Уларҙы һатып, улар Ренатҡа аҡса йыйыуҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Балалар сәнғәт мәктәбе коллективы инициативаһына район халҡы ла әүҙем ҡушылды. Концертҡа билет һатып алып, улар шулай уҡ изге эшкә өлөш индерҙе.

Сәхнәне биҙәүҙә урындағы эшҡыуар Ләйсән Заһиҙуллина бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Ул сәхнәне шарҙар менән иҫ киткес биҙәп ҡуйғайны. Балалар ошо матурлыҡ араһында рәхәтләнеп сығыш яһаны. Район биләмә-ара китапханаһы хеҙмәткәрҙәре төҫлө афишалар эшләүҙә ярҙам күрһәтте. Район үҙәгенең 1 һәм 2 һанлы балалар баҡсалары, 1 һәм 2-се урта мәктәптәре, «Землемер» МУП, коррекция мәктәбе, үҙәкләштерелгән бухгалтерия, район финанс идаралығы коллективтары ла аҡса йыйыуҙа ҡатнашты. Тамаша залында йыйылыусылар видеоролик буйынса Ренат, уның әсәһе Светлана Ғәбделкәрим ҡыҙы һәм уның уҡытыусыһы менән танышты. Өлкәндәр Ренаттың ни тиклем тормошто яратыуын, аҡыллы, изгелекле малай булыуы, уның ауырыуы тураһында һөйләне. Ул уҡырға, һүрәт төшөрөргә, туп менән уйнарға ярата, тирә-яҡта нимә булыуы менән ҡыҙыҡһына. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы мәлдә сире арҡаһында тиҙ арый һәм уҡытыусыһы менән өйҙә шөғөлләнергә мәжбүр, ә элек ул үҙе мәктәпкә йөрөгән.

Хәйриә концертында Балалар сәнғәт мәктәбенең барлыҡ бүлексәләренән 150 уҡыусы һәм преподавателдәр ҡатнашты. Улар йырланы, бейене, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаны. Уларҙың һәр сығышын тамашасылар йылы ҡабул итте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ихлас, ысын күңелдән генә түгел, ә Ренатҡа һауығырға һәм тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ярҙам итеүҙәрен аңлап сығыш яһаны. Балаларыбыҙҙың кескәй саҡтан уҡ изгелек, аңлау, дуҫтарса ярҙам, миһырбанлыҡ кеүек иң яҡшы сифаттарға эйә булыуҙары ниндәй һәйбәт.

Сара аҙағында Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гөлдәр Ҡаҙаҡбаева билеттар һәм ижади эштәрҙе һатыуҙан йыйылған 46758 һум аҡсаны Светлана Һөйөндөковаға тапшырҙы. Ул, үҙ сиратында, ғаиләһе - үҙе, әлеге мәлдә Себерҙә эштә булған ире Рөстәм Ринат улы, ҡыҙҙары Камилла исеменән концертты ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға, битараф булмаған һәм ошондай ауыр мәлдә уларҙың ғаиләһенә ярҙам итергә килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Хәйриә концерты бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ул тирә-яғыбыҙҙа ярҙамға мохтаж ғаиләләр аҙ булмауы тураһында тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрҙө. Ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙамлашайыҡ, сөнки уларға был бик кәрәк.
Читайте нас: