Дөрөҫ булмаған телмәр - мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында киң таралған күренеш. Әгәр өндәр, лексика һәм грамматикала етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрмәһәң, уларҙа тирә-яҡтағылар менән аралашыу ауырлыҡтары барлыҡҡа киләсәк.
Практика күрһәтеүенсә, бала менән даими эшләгән осраҡта уның телмәрендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә мөмкин. 2 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы базаһында логопед пунктында йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, балаларҙың телмәрен үҫтереү буйынса диагностикалау һәм коррекция эше башҡарыла. Бында логопед тикшереүе һәм психолог-медик-педагогик консилиум ҡарары нигеҙендә 5 йәштән 7 йәшкә тиклем тәрбиәләнеүселәр йөрөй. Уҡыу йылы дауамында ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге аҙнаһына 2-3 тапҡыр, индивидуаль, шулай уҡ төркөмдәр буйынса, диагнозға ҡарап үткәрелә. Көн һайын артикуляцион гимнастика яһатыла. Уны ултырып башҡаралар, сөнки бындай хәлдә баланың арҡаһы төҙ, тәне, ҡул һәм аяҡтары тыныс хәлдә була. Ул күнекмәләрҙе дөрөҫ башҡарыуҙы үҙ аллы контролдә тотоу өсөн өлкән кешенең һәм үҙенең йөҙөн, гимнастика яһағанда үҙҙәрен көҙгөнән күрергә тейеш. Индивидуаль эш өсөн ҙур булмаған көҙгөнән (9х12 см тирәһе) файҙаланырға мөмкин, әммә был саҡта өлкән кеше баланың ҡаршыһында торорға тейеш.
«Баланың аҡылы уның бармаҡтарының осонда» тигән ҡасандыр В.А.Сухомлинский. Бармаҡ уйындары баланың телмәрен әүҙем үҫтерергә ярҙам итә. Был күнегеүҙәр ҡул моторикаһын, ҡулдарҙың хәрәкәт итеү координацияһын, тимәк, телмәр һәм фекер итеүҙе үҫтерә; иғтибарҙы арттыра, хәтерҙе нығыта, кескәйҙә эмоциялар барлыҡҡа килтереп, хәрәкәттәрен әйтергә ярҙам итә.
Телмәрҙе үҫтереү, ҡуйылған өндәрҙе нығытыу уҡытыусы-логопед, белгестәр, тәрбиәсе һәм ата-әсәләрҙең үҙ-ара бәйләнешлек итеүе һөҙөмтәһендә ирешелә. Бала менән һөйләшкәндә ата-әсәләр уларҙы артыҡ иркәләмәйенсә һөйләшергә тейеш. Телмәрҙә хаталарҙы бөтөрөү өсөн йыш ҡына ошо ла етә, балаға ла уның менән өлкәндәр кеүек һөйләшһәләр күпкә еңелерәк. Тап өлкән мәктәпкәсә йәштә физик, психик һәм интеллектуаль именлек нигеҙе һалына.
Планлы эш өсөн беҙ ярҙам итеүсе сараларҙы киң ҡулланабыҙ: төркөмдәрҙә махсус «логопед мөйөшлөгө» йыһазландырылған, ата-әсәләр өсөн стендтарҙа телмәрҙәге етешһеҙлек төрҙәре һәм сәбәптәре, балалар менән коррекция һәм профилактик эш бурыстары тураһында мәғлүмәт ҡуйылған, өндәрҙе дөрөҫ әйтеүҙе нығытыуҙың аныҡ алымдары, ғаиләлә ҡулланырға тәҡдим ителгән телмәрҙе камиллаштырыу саралары тәҡдим ителә.
Шулай итеп, мәктәпкәсә йәштәге балалар менән коррекция-логопед эше белгестәр һәм ата-әсәләр ярҙамында көнүҙәк һәм балаларҙың телмәр үҫеше кимәлен арттырыу, ә атап әйткәндә, үҙ потенциалын тулыһынса тормошҡа ашырыу, шулай уҡ мин артта ҡалыусы түгел тигән психологик уңайлыҡты хис итеү мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ мәктәпкә йөрөп, белем алыу һәм үҙләштереү теләге уята. Балалар мәктәптә уңышлы өлгәшергә әҙер буласаҡ, беҙҙең эшебеҙҙең төп маҡсаты ошоға ҡайтып ҡала.