Републиканың ветеринария идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың ноябрендә Учалы районы Яңы Байрамғол һәм Урал ауылдарында, өс шәхси ярҙамсы хужалыҡ һәм бер крәҫтиән-фермер хужалығында Дәүләт ветеринар хеҙмәте менән килешеүһеҙ башҡа төбәктән малды санкцияланмаған рәүештә индереү һөҙөмтәһендә ваҡ мал һәм йылҡыла бруцеллез теркәлгән. Ошоға ярашлы, тейешле территорияларҙа сикләүсе саралар (карантин) иғлан ителде.
Бруцеллез - нерва һәм һөйәк тамыры системаларын, шулай уҡ һөйәк-быуын аппаратын зарарлаусы оҙайлы йоғошло сир. Уның менән йорт хайуандары (һарыҡ, кәзә, һыйыр, сусҡа) йыш сирләй. Бруцеллалар тирә-йүнгә сирле мал һөтө, бәүеле менән бүленеп сыға. Бруцеллез тыуҙырыусылар сирле мал итендә лә була.
Кеше сирле мал менән туранан-тура бәйләнешлек иткән, шулай уҡ уның һөтөн йәки итен ҡулланған осраҡта зарарлана.
Ошо сирҙе иҫкәртеү өсөн мал аҫраған кешеләргә: ауыл хужалығы малдарын ветеринар хеҙмәт рөхсәте булғанда ғына һатып алырға, һатырға, һуйырға тапшырырға, бер урындан икенсе урынға күсереп йөрөтөргә; малдарҙы мотлаҡ теркәргә (бирка һалырға), бруцеллез менән сирләүҙең барлыҡ осраҡтары (аборттар, быҙауҙың үлек килеш тыуыуы) тураһында ветеринар станцияһына хәбәр итергә кәрәк.
Бирка һалынған мал-тыуарға һалым түләтелмәй.
Район халҡын үтенеп һорайбыҙ һәм иҫкәртәбеҙ - мал-тыуарҙы оҙатыусы ветеринар документтарһыҙ һәм биркаһыҙ һатып алмағыҙ - был һеҙҙең һәм балаларығыҙҙың сәләмәтлегенә насар йоғонто яһауы менән хәүефле.