Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ноябрь 2018, 13:37

Балаларҙы һәм өлкәндәрҙе шатландырып

Бөгөн Октябрҙың 50 йыллығы урамындағы 9 һанлы йорт күркәмләнеп киткәндәй булды. Йорт алды территорияһына асфальт түшәлгән, һәр фатирға шәхсән газ үткәрелгән, кер элеү һәм сүп-сар контейнерҙары ҡуйыу өсөн майҙансыҡ эшләнгән, урамға яҡтылыҡ үткәрелгән, әммә иң күҙҙең яуын алып торғаны - балалар майҙансығы.

Ул балалар баҡсаһындағыны хәтерләтә. Йәйғорҙоң бөтә төҫтәренә буялған ихата, эскәмйәләр һәм уйын зонаһы, бында кескәйҙәр баскетбол кәрзиненә туп ташлап, баҫҡысҡа менеп-төшөп, арҡандан үрмәләп уйнай ала. Бер һүҙ менән әйткәндә, тиктормаҫ кескәйгә энергияһын ҡуйыр урын бар. Барыһы ла матур һәм иң мөһиме - хәүефһеҙ эшләнгән.

Тағы бер күҙҙең яуын алырлыҡ балалар майҙансығы Ленин урамындағы 98-се йорт алдында ҡуйылған.

Уҙған йома көндө майҙансыҡтарҙы асыу булды. 9 һанлы йорт эргәһендә ул айырыуса тантаналы үтте. 14.00 сәғәттә бында музыка уйнай ине, йорт алды территорияһын төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәгәндәр, яҡын-тирә йорттарҙа йәшәүселәр, башланғыс мәктәп уҡыусылары йыйылғайны. Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эдуард Денисов, «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП директоры Марат Фәйзуллин һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Наилә Ғиззәтуллина ҡыҙыл таҫманы киҫте. Ағымдағы йылда район үҙәге йорт алдары һәм Еңеү паркы территорияһы берҙәмрәсәйҙәрҙең «Заманса ҡала мөхите булдырыу» проектын тормошҡа ашырыу даирәһендә төҙөкләндерелеүен билдәләне улар сығыштарында. Паркта тротуар түшәү буйынса беренсе этап тамамланған. Был маҡсатҡа федераль һәм республика бюджетынан 2 млн.895 мең.100 һум аҡса бүленгән.

Сараны район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары концерт номерҙары менән биҙәне, район Мәҙәниәт йорто музыка менән тәьмин итте.

Ә тағы ла йыйылыусыларға әкиәт геройҙары - робот-трансформер һәм айыу Тэдди килеп, балаларҙың күңелен күтәрҙе, улар менән флэш-моб үткәрҙе. Ошондай матурлыҡты булдырғандарҙың барыһына ла: район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәренә, «Берҙәм Рәсәй» партияһына һәм, әлбиттә, бик күп эштәр башҡарған «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП (етәксеһе М.Ф.Фәйзуллин), юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәренә, битараф булмағаны һәм йорт территорияһын төҙөкләндереү буйынса ярҙамы өсөн 9 һанлы йортта йәшәүсе Владимир Ғәлиевҡа бик күп йылы һәм рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

...Рәсми өлөш барғансы һәм өлкәндәр сығыштарҙы иғтибар менән тыңлағансы, бала-саға рәхәтләнеп майҙансыҡта уйнаны, күңел асты. Тантана «Берҙәм Рәсәй» партияһының һәм «Болғар» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубының кескәйҙәргә тәмлекәстәр таратыуы менән тамамланды.

Бик һәйбәт эш башҡарылды. 9 һанлы йорт эргәһендәге балалар майҙансығы ошо йорттоң ғына түгел, тотош Октябрҙың 50 йыллығы урамының биҙәгенә әүерелде. Ошондай майҙансыҡтар, бала-саға һәм өлкәндәрҙе шатландырып, Стәрлебаш ауылындағы башҡа йорттар алдында ла барлыҡҡа килер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Әммә, иң мөһиме, уларҙы ҡәҙерләп һаҡлаһындар һәм Еңеү паркындағы кеүек ватмаһындар. Сөнки улар балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ өсөн ҙур һөйөү менән эшләнгән.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.


Читайте нас: