Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ноябрь 2018, 13:49

Бәхет - ғаиләлә, балаларҙа

Иң изге һәм наҙлы байрам - Әсәйҙәр көнө алдынан - Стәрлебаш ауылынан һоҡланғыс, күп балалы Сулпан һәм Филүс Гәрәевтарҙың ғаиләһендә булдым.

Уларҙың өйөнә ингәс: «Күрәһең, адрес менән яңылышҡанмын» тигән берҙән-бер уй килде башыма. Сөнки тупһанан башлап бар ерҙә тәртип ине, ә балалар булғанда өйҙө тәртиптә тотоу бик ауыр. Теҙеп ҡуйылған бер нисә пар балалар аяҡ кейемен һәм элеп ҡуйылған өҫ кейемдәрен күргәс кенә дөрөҫ килеүемде аңланым.

Биш бала әсәһе Сулпан Гәрәева һәр саҡ тыныс, аралашыусан һәм йылмайып тора. Уға балаларҙы ҡарау ауыр түгел тип ышаныслы әйтергә мөмкин. «Башҡа тормошто күҙ алдыма килтерә алмайым», - ти ул үҙе.

16 йыл элек йәштәр яҙмыштарын бәйләгәндә, Сулпандың беренсе никахтан Айнур исемле улы була, уны Филүс үҙ балаһы кеүек ҡабул итә һәм тәрбиәләй. Әйткәндәй, Айнур армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, бөгөнгө көндә күрше Татарстан Республикаһында эшләй, ата-әсәһенә, туғандарына матди ярҙам күрһәтә.

Ғаилә 2013 йылда өй һатып ала, бергәләп ремонт яһайҙар. Йәнәшәлә генә ҙур баҡсала йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр һәм мул уңыш йыйып алалар. Сулпан Ибраһим ҡыҙы әсәй генә түгел, оҫта ҡуллы хужабикә лә, барлыҡ хужалыҡ эштәре уның иңендә, сөнки тормош иптәше бер, ә ҡайһы саҡ ике айлап та Себерҙә эшләй.

Гәрәевтарҙың балалары төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Ҡыҙҙары Аделина - 9 класс уҡыусыһы Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлеген тамамлаған. Ул матур һүрәт төшөрә, сигә, төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Аделина - өй эштәрендә беренсе ярҙамсы, тиктормаҫ һәм шуҡ туғандарын - алты йәшлек Данияр һәм дүрт йәшлек Эвелинаны ҡараша. Һигеҙ йәшлек Данис - етди малай. Шулай булмай ни! Быйыл ул 1 класҡа барған! Уҡыуға яуаплы ҡарай, апаһы кеүек үк һүрәт төшөрөргә ярата, Балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Малай ҙур ғорурлыҡ менән һүрәттәрен күрһәтә. Данияр спорт мәктәбенә барыр, моғайын, сөнки уға ваҡытында дзюдо һәм көрәш менән уңышлы шөғөлләнгән Айнур ағаһының миҙалдары бик оҡшай.

Әлбиттә, биш бала әсәһе булыу - еңел түгел. Һәр кемдең үҙ холҡо, һәр ҡайһыһы иғтибар талап итә. Шуға күрә Сулпан Ибраһим ҡыҙының буш ваҡыты юҡ. Көн һайын бихисап эштәр башҡарырға: балаларҙы баҡсаға алып барырға һәм алып ҡайтырға, мәктәптән ҡаршыларға, дәрестәр әҙерләшергә, йыуындырырға, кейендерергә, йоҡларға һалырға, шулай уҡ ниндәйҙер тәмле аш-һыу бешереп ашатырға кәрәк. Балалар әйтеүенсә, әсәйҙәре пицца һәм ҡамырға төрөлгән сосисканы бик тәмле бешерә.

- Мин уларҙы иркәләргә яратам, әммә ҡайһы саҡ шуҡлыҡтары өсөн шелтәләп алырға ла тура килә. Ә дөйөм алғанда, улар тыңлаусан балалар. Үҙ аллы, ярҙамсыл, бер-береһенә ҡарата иғтибарлы булып үҫеп киләләр, - ти балаларһыҙ бәхетле булыу мөмкин түгел тип иҫәпләгән күп балалы әсәй.

Әйткәндәй, ике йыл элек Сулпан Гәрәева «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Бик лайыҡлы награда!


Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: