Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ноябрь 2018, 13:43

Алдынғылар слетҡа китеп бара

Һуғыш тотош Советтар Союзының, шулай уҡ Башҡортостандың да халыҡ хужалығына ҙур зыян килтерә. Баҫыуҙарҙы эшкәртеү насарая. Бөртөклө һәм башҡа ауыл хужалығы культуралары уңышы кәмей. Сәсеү майҙандары һәм мал һаны күпкә аҙая.

Һуғыш тамамланыу менән Башҡортостан халҡы алдында дүрт йылдан ашыу дауам иткән һуғыштың ауыр эҙемтәләрен бөтөрөү бурысы тора.

1946-1953 йылдарҙа республика колхоздары һәм совхоздары дәүләттән 13 меңдән ашыу трактор, 4 меңдән ашыу комбайн ала. Сәсеү майҙандары, мал һаны арты. 1954 йылдың ғинуар-февраль айҙарында Мәскәүҙә ЦК КПСС һәм СССР Министрҙар Советы тарафынан Бөтә Союз МТС хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы алдынғылары кәңәшмәләре үткәрелә. Унда ҡатнашыусылар ауыл хужалығын күтәреү программаларын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн социалистик ярыштар уҙғарырға саҡырып мөрәжәғәт итә. Ошо ярыштар хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙа, юғары күрһәткестәргә ирешеүҙә Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә (ул Мәскәүҙә 1954 йылдың авгусында асыла) ҡатнашыуға почетлы хоҡуҡ яулауҙа ғәйәт ҙур этәргес була.

Шул йылдарҙа ла, көҙөн, беҙҙең замандағы кеүек үк, баҫыу эштәре тамамланғас, хужалыҡ алдынғыларына хөрмәт күрһәтелә. Ошо уңайҙан ҙур байрам ойошторола. Ауыл хеҙмәтсәндәренә бағышланған байрамдар тотош республика буйынса үткәрелә. Билдәле механизаторҙар һәм малсыларға ҙур хөрмәт күрһәтелә, ауыл клубтарында байрам концерттары һәм сәй эсеүҙәр ойошторола.

1955 йылда төшөрөлгән ошо фотоһүрәттә «К коммунизму» колхозы алдынғылары (Һарайҫа ауыл Советы) колхоздың беренсе автомобилендә район үҙәгенә ауыл хужалығы алдынғылары слетына барырға йыйына. Руль артында - Мөхтәр Муллағолов, ул һуңынан да байтаҡ йылдар водитель булып эшләй. Уларҙы колхоз рәйесе, минең атайым Сөләймән Фәйзуллин оҙата. Һуңынан, 1957 йылда, ул Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашыу хөрмәтенә лайыҡ була. Был колхоз йыл һайын үҫемлекселек һәм малсылыҡ буйынса юғары күрһәткестәргә ирешә.

Зөбәржәт ФӘЙЗУЛЛИНА, Стәрлебаш ауылы.


Читайте нас: