Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2018, 11:21

Уның эшендә лә, өйөндә лә тәртип

Райондың бөтә почта элемтә бүлексәләрендә, шул иҫәптән Ҡуғанаҡбаш ауылында ла, 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлыса матбуғат баҫмаларына яҙылыу дауам итә. Бында ике хат ташыусы - Эльза Кинйәбулатова, Гөлнара Дәүләтшина эшләй. Урындағы элемтә бүлексәһе начальнигы Фидәлиә Йәминова (һүрәттә) уларҙың эшенә етәкселек итә.

Фидәлиә Фәйзрахман ҡыҙы был вазифала 2010 йылдан алып эшләй. Быға тиклем 15 йыл тирәһе Ҡуғанаҡбаш ауылы халҡына почта тарата, шуға ла эш үҙенсәлектәрен яҡшы белә. Гәзиткә яҙылыу нисек бара, тип ҡыҙыҡһынабыҙ унан.

- Бөгөнгө көндә беҙҙең элемтә бүлексәһе 93 район гәзите, 58 республика һәм 100ҙән ашыу үҙәк баҫма алдыра. Октябрь башында, гәзит-журналдарға льготалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө үткәрелгәндә, күптәр ошо мөмкинлектән файҙаланды. Әммә яҙылыу буйынса һуңғы һандар Яңы йыл алдынан билдәле буласаҡ. Һөҙөмтәләр һәйбәт булыр, тип ышанабыҙ. Яҙылыусыларҙың күбеһе - пенсионерҙар, улар иҫәбендә - Рәхилә Йәғәфәрова, Фәнзил Ишморатов, Сәриә Яхина, Рәзилә Йәминова, Ризван Бикҡолов, Фәйрүзә Яхина, Нәсимә Дәүләтшина һәм башҡалар, - ти ул.

Фидәлиә Фәйзрахман ҡыҙы ауыл халҡы өсөн «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенә яҙылыуҙы ойоштороуҙа ярҙамы өсөн Ленин исемендәге хужалыҡ етәксеһе Юрис Синәғоловҡа айырыуса рәхмәт белдерҙе. Бынан тыш, урындағы хужалыҡ быйыл йәй элемтә бүлексәһе бинаһының ҡыйығын ремонтлауҙа ла ярҙам иткән.

Райондың барлыҡ элемтә бүлексәләрендәге кеүек үк, бында халыҡ электр энергияһы, газ һәм башҡа түләүҙәрҙе түләй, көндәлек кәрәкле тауарҙар һатып ала. Коллектив йөкмәтелгән планды үтәй.

Бынан тыш, Фидәлиә Фәйзрахман ҡыҙы оҫта хужабикә. Тормош иптәше, райондың алдынғы комбайнсыһы Ришат Йәминов менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Дания ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, улдары Линар мәктәп уҡыусыһы булараҡ, урып-йыйыу эштәре мәлендә атаһына ярҙамлашып, штурвалсы, ә хәҙер иһә Стәрлебаш комплексы газ хеҙмәтендә эшләй. Әйткәндәй, күптән түгел генә уҙған Ауыл хеҙмәтсәндәре слетында ул «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исеменә лайыҡ булды. Ирле-ҡатынлы Йәминовтар өс ейәне өсөн хәстәрлекле өләсәй һәм олатай. Уларҙың хужалығы ҙур. Ауылдаштары өсөн улар һәр йәһәттән үрнәк.
Читайте нас: