Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2018, 11:18

Үҙ ҡулдары менән мөғжизә булдыра

Кино - совет кешеһе өсөн иң мөһим сәнғәттәрҙең береһе булып тора тигән васыят ҡалдыра пролетариат башлығы - Владимир Ильич Ленин. Ә СССРҙа уның һүҙенә бик етди ҡарайҙар. Һәм ҡасандыр Совет кешеләре тормошон киноһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Стәрлебаш та унан ситтә булмаған. Бындағы берҙән-бер кино залы эргәһендә осрашалар, ул ориентир кеүек файҙаланыла. Унда компания менән кино ҡарайҙар, ә оҡшаған фильмдарға бер нисә тапҡыр баралар.

Үҙ ваҡытында киноселтәрҙәр коллективына етәкселек иткән Наилә Абдулла ҡыҙы Ғәлләмова, Стәрлебаш ауылында 1954 йылдың октябрендә, киноселтәрҙәр хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуа.

Уның атаһы Абдулла Бәхтейәр улы Шакиров бар ғүмерен ошо өлкәгә бағышлай. 15 йәшендә ул киноселтәрҙәргә моторсы ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша, артабан киномеханик һәм мастер була. Хаҡлы ялға 62 йәшендә техник етәксе вазифаһында сыға. Әсәһе Хәлимә Миңләхмәт ҡыҙы 18 йыл балалар баҡсаһында эшләй. Намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «В.И.Лениндың тыуыуының 100 йыллығы хөрмәтенә» юбилей миҙалы менән бүләкләнә. Һуңынан - киноселтәрҙәргә эшкә урынлаша һәм 55 йәшенә тиклем шунда эшләй.

Н.Ғәлләмова Стәрлебашта уҡый. Мәктәпте тамамлағандан һуң Саҡмағош кооператив техникумына уҡырға инә, әммә ике аҙнанан һуң был һөнәр уныҡы булмауын аңлай. Стәрлебашҡа ҡайтып, балалар баҡсаһына эшкә урынлаша, артабан тәрбиәсе була. Унда ике йыл эшләгәндән һуң, 1974 йылда Дондағы Ростов кино техникумына ситтән тороп уҡырға инә. Артабан ул ошо өлкәнең барлыҡ баҫҡыстарын үтә - методист, фильмдар тикшереүсе, КИПиА слесары, фильмдар склады мөдире булып эшләй. 1990 йылда уны киноселтәрҙәр директоры урынбаҫары, ә 1995 йылда - директор итеп тәғәйенләйҙәр. 2008 йыл аҙағында учреждение ябыла, ә Наилә Абдулла ҡыҙы ваҡытынан алда хаҡлы ялға сыға.

Ул шулай уҡ 30 йылдан ашыу һайлау системаһында эшләй - участка һайлау комиссияһы рәйесе, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары була. Унда уны бик яуаплы, изгелекле, компетентлы кеше, мөләйем ҡатын булараҡ телгә алалар.

Уның ғаиләһе лә иҫ киткес. Тормош иптәше Рәшит менән ике ул тәрбиәләп үҫтереп, уларға юғары белем алырға ярҙам итәләр. Хәҙер уларҙың үҙ ғаиләһе, өйө бар. Ә бәхетле өләсәй менән олатай алты ейән-ейәнсәрен тәрбиәләшергә ярҙам итә.

Йорт мәшәҡәттәренән буш ваҡытта ул коллаж менән шөғөлләнә. Сәнғәт һәм һүрәт төшөрөүгә ҡыҙыҡһыныу унда мәктәп йылдарында уҡ уяна. Республика конкурстарында ҡатнаша, хатта дүртенсе класта уҡығанда Өфө сәнғәт мәктәптәренең береһенә уҡырға инә. Әммә олатаһы менән өләсәһе уны йәше бәләкәй тип ата-әсә йортонан ебәрергә теләмәй. Бөгөнгө көндә Н.Ғәлләмованың эштәре район Мәҙәниәт йорто фойеһында Стәрлебаш районының ҡул эше оҫталары өсөн ойошторолған мөйөшкә ҡуйылған.

Ваҡыт үтә, Стәрлебаш үҫешә. Бөгөн һәр өйҙә йөҙләгән каналлы телевизор һәм бихисап гигабайтлы фильмдар менән Интернет бар. Әммә киноға һөйөү илебеҙҙә һүнмәгән, ул кешеләр йөрәгенә йәнә әйләнеп килә. Һәм бөгөн кешеләр йәнә ҙур экранда кино ҡарар өсөн кинокомплексҡа йөрөй. Һәм шулай уҡ арабыҙҙа ниндәйҙер шөғөл менән мауыҡҡан кешеләрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Йорт мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, улар өй интерьерын биҙәп, күҙ яуын алып торған матур әйберҙәр эшләргә ваҡыт таба. Улар араһында ижади шәхес - Наилә Ғәлләмова ла бар.
Читайте нас: