Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2018, 11:15

Стәрлебаш башланғыс мәктәбе - Рәсәйҙә иң яҡшы 100 мәктәп иҫәбендә

Октябрь айы аҙағында Санкт-Петербург ҡалаһында «Киләсәк мәктәбе. Рәсәйҙә заманса белем биреүҙе үҫтереү проблемалары һәм перспективалары» VII Бөтә Рәсәй белем биреү форумы үтте. Унда «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» федераль конкурсына йомғаҡ яһалды. Лауреаттар араһында белем һәм тәрбиә биреүҙә юғары һөҙөмтәләре һәм уңыштары өсөн алтын миҙал һәм Диплом менән бүләкләнгән Стәрлебаш башланғыс мәктәбе лә бар. Бүләк, әйтергә кәрәк, юғары күрһәткестәр тураһында һөйләүсе лайыҡлы һәм маҡтаулы ғына түгел, бик абруйлы ла, уны барыһы ла ала алмай. Коллектив эшен, уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың төрлө конкурстарҙа, фән, Кесе фәндәр академияһы олимпиадаларында ҡатнашыуын уңышлы ойошторғаны өсөн мәктәп директоры Г.А.Хөсәйенова «Йыл директоры - 2018» Почет билдәһе һәм «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 директоры - 2018» таныҡлығы менән бүләкләнде.

Бындай юғары наградалар юҡҡа ғына бирелмәй. Улар артында директор етәкселегендә педагогтарҙың һәм уҡыусыларҙың ғәйәт ҙур, намыҫлы көндәлек хеҙмәте, төрлө конкурстарҙа еңеүҙәре тора. Билдәләп үтергә кәрәк, стәрлебаштар «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» номинацияһына «Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе» һәм «Рәсәйҙең иң яҡшы 200 мәктәбе» тип аталған ике этапты уңышлы үткәс эләкте. Уларҙың күрһәткестәре һәм ҡаҙаныштары шул тиклем әһәмиәтле һәм юғары. «Тәү ҡарашҡа бер нимәһе менән дә айырылып тормаған мәктәп. Ғәҙәти бина. Ябай ауыл уҡытыусылары. Әммә коллективтың ни тиклем юғары һөнәри булыуы һәм уҡыусыларҙың таланты хайран ҡалдыра. Республикала ғына түгел, Рәсәй һәм хатта халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән абруйлы конкурстарҙа күпме еңеүҙәр! Һеҙгә ҡарап һоҡланырға ғына ҡала...» - тип ғәжәпләнеп билдәләне жюри ағзалары һәм хеҙмәттәш-лауреаттар.

Ағымдағы йылда ошо федераль конкурста Башҡортостандан ике коллектив - беҙҙең башланғыс мәктәп һәм 3 һанлы Өфө гимназияһы ғына ҡатнаша алды, сөнки унда ҡатнашыусыларға талаптар бик юғары. Шуға ҡарамаҫтан, стәрлебаштар иң яҡшылар араһында юғалып ҡалманы, хатта айырыуса билдәләнде лә. Ни өсөн? Уҡыусыларҙың һәм педагогтарҙың төбәк, Бөтә Рәсәй конкурстарында, Кесе фәндәр академияларында, конкурстарҙа, сараларҙа юғары күрһәткестәре, белем һәм тәрбиә биреү йүнәлештәре буйынса мәктәп сараларын йыш үткәргәндәре, ата-әсәләр берләшмәһе һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәндәре, балалар үҫеше өсөн мәктәп эсендә уңайлы шарттар булдырғандары, хеҙмәт оҫталыҡтарын арттырыу аша уҡыусыларға тәрбиә биргәндәре, шулай уҡ Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын үтәп, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырғандары, белем биреү процесы осоронда отчетты ваҡытында тапшырғандары һәм аутсорсинг индергәндәре өсөн.

Һәр мәктәптә уҡытыусыларға һәм, айырыуса, уҡыусыларға уңайлы булһын, һәр иртән улар бында ашҡынып килһен өсөн шарттар булдырылырға тейеш. Ә башланғыс мәктәптә айырыуса. Сөнки уларҙың киләсәк тормошо ошоға бәйле. Улар яратып уҡыясаҡмы-юҡмы? Әйтергә кәрәк, бында шундай шарттар һәм айырыуса ижади мөхит булдырылған.

Барлыҡ кабинеттар матур ғына түгел, ә ҙур һөйөү менән балалар өсөн хәүефһеҙ биҙәлгән. Бында һәр мәл - яңылыҡ, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт эҙләү, балаларға күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. Мәктәп менән танышыуҙың беренсе көнөнән башлап уны тамамлағансы көн дә тиерлек ҡыҙыҡлы дәрестәр һәм саралар үткәрелә. Дәрестән тыш ваҡытта тормош ҡайнай, сөнки педагогик коллектив балалар белем алып, төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнашырға, тирә-яҡ донъяны танып-белергә теләһен өсөн уларҙы ҡыҙыҡһындыра, мауыҡтыра белә.

25 уҡытыусы 300 уҡыусыға белем бирә, шуларҙың 92,5% юғары һөнәри белемгә эйә, 17һе - юғары, етеһе - беренсе категориялы уҡытыусы.

Үҙе «янып» эшләгән кеше генә башҡаларҙы дәртләндерә ала. Башланғыс мәктәп уҡытыусылары, уларҙың уҡыусылары кеүек үк, шулай уҡ бик күп сараларҙа, шул иҫәптән «Йыл уҡытыусыһы» район, «Башҡортостан уҡытыусыһы» республика конкурстарында ла әүҙем ҡатнашалар. Төрлө йылдарҙа еңеүселәр араһында Гүзәл Хөсәйенова, Елена Данилова, Лилиә Кәримова, Флүрә Әхмәтвәлиева, Эльвира Иҡсанова, Эльвира Хөсәйенова, Резеда Шәрипова, Гөлнара Жданова, Алһыу Хәйбуллина. Мәктәп китапханасыһы Ғәлиә Искәндәрова - «Мәктәп китапханасыһы - 2012» конкурсында еңеүсе, «БР иң яҡшы китапханасыһы-2012» зона конкурсында Гран-при яулаусы.

Мәктәп коллективы балаларға төплө белем биреү, уҡырға теләк уятыу, үҙ маҡсаттарын планлаштырыу, уҡыу эшмәкәрлегендә уларҙы үтәүҙән тыш, балаларҙа гражданлыҡ-патриотик аң, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр булдырыу, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, бәхәсһеҙ аралашырға өйрәтеү, уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген хуплау һәм уларҙы хоҡуҡи яҡлауҙы, шулай уҡ мәктәптең матди-техник базаһын нығытыуҙы төп һәм мөһим бурыс тип иҫәпләй.

Һис шикһеҙ, башланғыс мәктәптә талантлы балалар уҡый. Әммә был талантты асырға, артабан кескәйҙәргә уны камиллаштырырға ярҙам итергә кәрәк. Педагогик коллективтың был бик яҡшы килеп сыға. Тәрбиәселәрҙең еңеүҙәрен, уларҙың исемен һанап сығыу ғына тотош гәзит майҙанын биләр ине. Мәктәптә уҡыусыларҙы йылы һүҙҙәр, Грамоталар, Дипломдар менән генә түгел, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров менән директоры Г.А.Хөсәйенова, физкультура уҡытыусылары Д.Р.Ишбулдин, В.М.Мөрәсев һәм музыка уҡытыусыһы Р.Т.Шәрипованың исемле стипендиялары менән дә дәртләндерәләр. Уҡыуҙа, спорт ҡаҙаныштары менән башҡаларҙан айырылып торған иң яҡшы уҡыусыларҙың фотоһүрәттәре менән стендтар - уҡыусылар өсөн шулай уҡ стимул булып тора.

Юғарыла атап үтелгәндәр уҡытыусыларҙың эштәренә ижади һәм намыҫлы мөнәсәбәттәре, уҡыусыларҙың тырышлығы һәм ныҡышмалылығы, ата-әсәләрҙең, район хакимиәтенең ярҙамы арҡаһында ирешелә. Мәктәптә йылы, таҙа, матур, уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләгән техник персонал да үҙ өлөшөн индерә.

Һәр кем үҙ эшен яуаплы һәм еренә еткереп башҡарһа, һәм уларға оҫта етәкселек итһәләр генә ниндәй ҙә коллектив күп нимәгә ирешә ала. Рәсәйҙең иң яҡшы директорҙары иҫәбенә ингән БР Мәғариф отличнигы, РФ Президенты премияһына эйә, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе мәктәп директоры Гүзәл Абдрахман ҡыҙы Хөсәйенова байтаҡ йылдар коллективҡа етәкселек итә. Ул йәш, һылыу, ижади пландары, идеялары бихисап. Коллектив та уға оҡшаш. Тимәк, мәктәптең һәм уҡытыусыларҙың тағы ла юғары уңыштарға ирешеү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, ҙур булмаған, әммә бик яҡшы мәктәп тураһында Рәсәйҙән ситтә лә белһендәр өсөн Халыҡ-ара конкурста ҡатнашырҙар, бәлки.

Г.А.Хөсәйенова педагогик коллектив исеменән награда артынан Санкт-Петербургка барыуҙа финанс ярҙам күрһәткәне өсөн район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровҡа ихлас күңелдән рәхмәт белдерә.
Читайте нас: