- Ҡасандыр уларҙы ике ҡатлы йортта йәшәүселәр төҙөгән, һәм уларҙың береһе лә документаль рәсмиләштерелмәгән. Күпмелер ваҡыт унда мал, ҡош-ҡорт аҫрағандар. Әммә бөгөн ошо һарайҙарҙың бөтәһе лә тиерлек ташландыҡ һәм авария хәлендә, улар ауыл күренешен йәмһеҙләй, янғын хәүефһеҙлеге тураһында һөйләп тә тораһы түгел (бында ике тапҡыр янғын сыҡҡан), - тип һөйләй ауыл старостаһы Наил Сәйфуллин.
Был проблема бер нисә тапҡыр граждандар йыйынында күтәрелә, унда хужалары иҫке һарайҙарҙы һүтергә тигән ҡарар сығаралар, әммә, уларҙың күптәре күсенеп киткән, ҡайһылары гүр эйәһе булған, ә бәғзеләренең был эшкә «ҡулы» етмәгән. Һарайҙар шулай һүтелмәй тороп ҡала. Сираттағы йыйылышта ауыл советы етәкселеге иҫке һарайҙарҙы һүтеп алыу буйынса барлыҡ эште үҙ ҡулына алыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Ауыл халҡы ошо тәҡдимгә риза була. Бына шулай итеп, күптән түгел балалар баҡсаһы ҡаршыһындағы һарайҙар һүтеү эштәре башланды. Беҙ килгән мәлдә «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП хеҙмәткәрҙәре - КУН тағылған тракторҙа Хәлит Байморатов һәм КамАЗда Мөҙәрис Латипов уларҙы һүтеү эштәрен алып бара ине. Уларға ауыл халҡы: Айнур Туҡтаров, Фәнис Сиразов, Сергей Безгин, Әнүәр Йәғәфәров, Филүс Ғиззәтуллин ярҙам итә. Төҙөлөш сүп-сарын сүплеккә сығарып түгәләр.
Эш башланған һәм уға Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Искәндәров контроллек итә.
Ҙур эш башҡараһы бар, ул бер аҙ сығымдар, ваҡыт һәм көс талап итә. Әммә, был эш бик мөһим. Бушаған участкала ваҡыт үтеү менән балалар баҡсаһы кескәйҙәре шул тирәнән үткән һайын ярым емерек ҡаралты-ҡураға түгел, ә ағастар һәм сәскәләр матурлығына һоҡланһын өсөн баҡса йәиһә ҙур булмаған парк булдырылыр, бәлки.