Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2018, 11:08

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу

Ошо хеҙмәт өсөн почта бүлексәләрендә лә түләргә мөмкин буласаҡ.Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса яңы схема буйынса эшләй башлаясаҡ. Халыҡ һәм юридик шәхестәр төбәк операторҙары менән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сығарыу, эшкәртеү һәм үтилләштереүгә түләү буйынса туранан-тура килешеүгә күсәсәк.

Хеҙмәт өсөн түләү иҫәбен төбәк халҡы электр энергияһы өсөн түләү менән бергә февраль башында аласаҡ. Уларҙы даими, башҡа коммуналь хеҙмәт төрҙәре менән бергә түләү зарур.

Башҡортостан халҡы ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн аҡсаны «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә түләй ала. Шулай уҡ почта хеҙмәткәрен мобиль-касса терминалы менән өйгә (эшкә) саҡыртырға була. «ЭКО-Сити»ҙың 3-сө зонаһындағы төбәк операторы менән «Рәсәй почтаһы» араһында ошо өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөлдө. Эш графигы тығыҙ булған һәм хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн был сервис бик уңайлы буласаҡ.

Әммә Башҡортостан халҡының яңы хеҙмәткә түләүгә субсидиялар һәм льготалар алыу хоҡуғы бар.

Ҡануниәт тарафынан ҡаралған бер нисә социаль ярҙам сараһы бар. Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге мәғлүмәте буйынса, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсациялар һәм субсидиялар формаһында кире ҡайтарыла. Льготалы категорияларға күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, яңғыҙ пенсионерҙар һәм башҡа социаль яҡланмаған граждандар категориялары ҡарай. Субсидия менән кемдәрҙең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн стандарт хаҡтан сығып иҫәпләнгән түләүгә сығымдары ғаиләнең бөтә килемендә ошо хеҙмәттәр төрөнә мөмкин булған иң ҙур сығымдар өлөшөнән артып киткән ғаиләләр ҙә файҙалана ала. Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн ул – 15%, яңғыҙ пенсионерҙар өсөн – 18%, башҡа граждандар категориялары өсөн – 20%.

Айлыҡ аҡсалата компенсация алыуға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән кешеләр, хеҙмәт ветерандары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр, радиация йоғонтоһона эләккән граждандар, айырым күп балалы ғаиләләр категориялары хоҡуҡлы. Ул республикалағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренең стандарт хаҡына өс һәм унан күберәк кешенән торған ғаиләнең бер ағзаһына ҡарата процент нисбәтендә билдәләнә.

Субсидия алыу өсөн йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә, йәки Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә, республика порталы аша электрон формала ғариза тапшырырға кәрәк. Кәрәкле документтар: барлыҡ ғаилә ағзаларының паспорты һәм балаларының тыуыу тураһындағы таныҡлығы; торлаҡ менән ҡулланыу тураһындағы документ (торлаҡҡа милек хоҡуғы дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ, торлаҡты ҡуртымға алыу тураһындағы килешеү, торлаҡ-төҙөлөш кооперативы тураһында белешмә һ.б.); ғаилә составы тураһында белешмә; субсидияға ғариза яҙылғанға тиклем бер ай элек булған арауыҡҡа торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр тураһындағы документтар (түләү документтары - иҫәп квитанциялары һ.б., шулай уҡ газ баллондары һәм ҡаты яғыулыҡ алыу тураһындағы квитанциялар); ғаиләнең бөтә ағзаларының һуңғы алты айлыҡ килеме, (эш хаҡы, балалар пособиеһы, пенсия, стипендия, айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК), эшһеҙлек буйынса пособие һ.б.).

«ЭКО-Сити» төбәк операторы эшмәкәрлеге зонаһында 200 мең кешенең тиерлек льгота алырға хоҡуғы бар. Билдәләп үтергә кәрәк, берҙәм аҡсалата компенсация һәм субсидияларҙы алыу өсөн төп шарт - торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә бурыстың булмауы.Альбина ҠАСИМХАНОВА,

«ЭКО-Сити» төбәк операторы матбуғат секретары.
Читайте нас: