Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ноябрь 2018, 12:12

Яҡшы һүҙҙәре һәм... ток көсө менән дауалайҙар

Роза Фәйзуллина һәм Рәүфә Лоҡмановалар (һүрәттә) үҙәк район дауаханаһының физкабинетында эшләйҙәр. Икеһе лә шаҡтай ҙур, тиңдәшле рәүештә, 35 һәм 40 йыл хеҙмәт стажына эйә.

Эштәре күп булыуға ҡарамаҫтан, ә көн һайын ошо кабинетта 60тан 90ға тиклем кеше процедура ала, улар көн дауамында сирлеләр менән ипле, итәғәтле, әҙәпле һөйләшә, йөҙҙәренән йылмайыу китмәй. Быны уйлап сығармайым, сөнки күптән түгел үҙемә ошонда дауаланырға тура килде. Медицина хеҙмәткәрҙәренең икеһе лә тәүге процедуранан һуң һәр пациенттың исемен һәм фамилияһын белеп, танып тора, был, килешерһегеҙ, һәр кемдең дә ҡулынан килмәй.

- Был беҙҙең эшкә бәйле булғанға күрә, - тип йылмая ҡатындар. - Оҙаҡ йылдар эшләгәнгә күрә өйрәнеп тә бөттөк. Улар көн дауамында аяҡ өҫтө. Һәр сирлегә түҙемле, сабыр, уны дауалау үҙенсәлеген аңлата. Һәм был дөрөҫ тә, сөнки бында махсус - электр тогы менән дауалайҙар. Әммә, бәләкәй дозала.

Сирлеләр контингенты - төрлө. Бер йәшлек сабыйҙарҙан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем. Һәр кемдең үҙ холҡо. Шуға ҡарамаҫтан, Рәүфә Сәләхетдин ҡыҙы һәм Роза Ғәбделхәй ҡыҙы һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Һәм был ғәжәйеп түгел, сөнки уларҙың хәстәрлекле мөнәсәбәте, йылы һүҙҙәре арҡаһында һауыҡҡан пациенттар уларҙың еңел булмаған, әммә бик кәрәкле хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтеп бөтә алмай.

Медицина хеҙмәткәрҙәренең мөһим хыялы - дауалау һөҙөмтәлелеген арттырған заманса физиотерапевтик ҡоролма һатып алыу. Дауахана етәкселеге йыл һайын уны һатып алыу өсөн заявка бирә. Әммә әлегә... барыһы ла элеккесә. Ниндәйе бар, шуның менән эшләйҙәр. Биш йылға бер белемдәрен камиллаштырып торалар.

Намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Р.Лоҡманова Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Р.Фәйзуллина - БР Мәғариф министрлығының («Орленок» балалар сәләмәтләндереү-белем биреү лагерында эшләгәне өсөн) һәм район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгәндәр. Әммә, ҡатын-ҡыҙҙар фекере буйынса, иң төп награда - көр тауышлы, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән, үҙҙәрен һәйбәт тойған, «Рәхмәт» һүҙҙәре әйтеүҙән туҡтамаған пациенттары.
Читайте нас: