Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ноябрь 2018, 12:37

Стәрлебаштың данлыҡлы ҡыҙы

Һәр төбәктең, ауылдың һоҡланып та, ғорурланып та һөйләрлек эштәре аша бер нисә дәүерҙе үҙендә берләштергән көслө лә, намыҫлы ла шәхестәре була. Ундайҙар үҙҙәре тураһында һөйләргә ашҡынмай. Бары хеҙмәте, яҡташтары, тыуған ере хаҡына башҡарған изгелеге уларҙың исемен мәңгеләштерә, тере легендаға әйләндерә. Шундайҙарҙың береһе Әлфиә Вәли ҡыҙы Камалетдинова (һүрәттә).

Әлфиә 1948 йылдың 16 ноябрендә Иҫке Ҡалҡаш ауылында Рауза һәм Вәли Ҡотлошиндар ғаиләһендә донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды Вәли Нәҙерша улы колхоз рәйесе, оҙаҡ йылдар агроном булып ал-ял белмәй эшләй. Рауза Ғәлим ҡыҙы бөтмәҫ-төкәнмәҫ өй мәшәҡәттәренән, 11 баланы тәрбиәләүҙән тыш, колхоз эшенә лә өлгөрә. Һиҙгер күңелле, оло йөрәкле Рауза үҙенең ишле ғаиләһе өсөн генә түгел, күрше-күләнгә лә күҙ-ҡолаҡ, кәңәшсе була. Уның моңло тауышын, аһәңле йырҙарын ауылдаштыры бөгөн дә һағынып иҫкә ала. Шифалы Бишҡама шишмәһенең һыуын эсеп, әсәһенең моңло йырын тыңлып, олатай-өләсәйҙәренең ҡурсалауын тойоп үҫә Әлфиә.

Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар… Дәһшәтле һуғыш ҡорбандарының иртә өҙөлгән ғүмер ебен ялғарға тәғәйенләнгәндәй, бер-бер артлы донъяға килгән туғыҙ һеңле-ҡустыһына, ауырыу сәбәпле үҙе сабый хөкөмөндәге ағаһына апай ҙа, тәрбиәсе лә, ярҙамсы ла, уҡытыусы ла булырға тура килә Әлфиәгә.

Үҙенең өлөшөнә төшкән был изге бурысына ғүмере буйы тоғро ҡала ул. Атайҙары ҡатынын итәк тулы бала менән яңғыҙ ҡалдырып, бик иртә баҡыйлыҡҡа күскәс, әсәһенең ауыр яҙмыш йөгөн әҙ генә булһа ла еңеләйтеү өсөн үҙенең сибек иңдәренә туғандары тураһындағы хәстәрҙең байтағын йөкмәй һәм арымай-талмай тарта Әлфиә.

Туғандары хәҙер үҫеп етеп, был тормошта үҙенең лайыҡлы урынын тапҡан, һәр береһе ғаиләле, татыу донъя көтә, балалар тәрбиәләй. Араларында уҡытыусы һәм тәрбиәсе лә, элемтәсе һәм механизатор ҙа, экономист һәм инженер ҙа, йырсы һәм бейеүсе лә бар. Үҙҙәре күптән атай-әсәй генә түгел, олатай-өләсәй ҙә булырға өлгөрөп, ишле ғаиләләре менән инде бер нисә тиҫтәгә еткән туғандары өсөн бөгөн дә иң абруйлы кәңәшсе, терәк-таяныс Әлфиә апайҙары.

Уҡыуға тырыш, өлгөр ҡыҙҙың һөнәр һайлау мәсьәләһе лә тәбиғи рәүештә хәл ителә: туғандарын тәрбиәләү тәжрибәһе туплап өлгөргән Әлфиә ул ваҡытта ауыл ерендә иң дәрәжәле, иң абруйлы уҡытыусы һөнәренән башҡаны күҙ алдына ла килтерә алмай.

Алдына алған хыялын тормошҡа ашырыу өсөн 13 йәшен саҡ тултырған ҡыҙсыҡ Салауат педагогия училищеһына юллана. Ундағы уҡыу йылдары, тәжрибәле уҡытыусы-тәрбиәселәр, һабаҡташтары тураһында бөгөн дә иң йылы хәтирәләр һаҡлай Әлфиә Вәли ҡыҙы. Училищены уңышлы тамамлаған ҡыҙ Ҡалҡаш 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай. Өлгөр йәш уҡытыусы бер юлы башланғыс класта дәрестәр алып бара, 5 класта рус теленән дә уҡыта, акробатика, бейеү, йыр түңәрәктәрен етәкләй, класс етәксеһе вазифаһын башҡара.

Уҡытыусылыҡ оҫталығын артабан камиллаштырыу ниәте менән Әлфиә Стәрлетамаҡ педагогия институты филология факультетының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Һәр саҡ үҙ белемен камиллаштырыуға, белемгә ынтылған ҡыҙ, «бишле» билдәләренә генә уҡып, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, тиңдәштәре араһында ҙур ихтирам яулай һәм беренсе курстан уҡ төркөмдөң һәм ғилми түңәрәктең старостаһы итеп һайлана.

Уҡыуҙағы һәм йәмғиәт эштәрендәге уңыштары өсөн Әлфиә Ҡотлошина студенттарҙың Бөтә Союз слетында ҡатнаша. Уға Кремлдең Георгий залында Л.И. Брежнев «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалын тапшыра. Юғары уҡыу йорттары араһында оло ваҡиға була был. Миҙаллы ҡыҙ ҙур яуаплылыҡ тойоп, тағы ла нығыраҡ тырышып уҡый, ҡала, республика комсомол конференцияларында, радио һәм телетапшырыуҙарҙа, матбуғат биттәрендә әүҙем сығыштар яһай. Башҡортостан телевидениеһы Әлфиә Вәли ҡыҙына бағышланған махсус видеофильм төшөрә.

Белем тауҙарына әйҙәүсе, ғилем, фән серҙәренә төшөндөрөүсе уҡытыусыларына бөгөн дә оло рәхмәтле Әлфиә Вәли ҡыҙы. Институтта уҡыған йылдарҙа ул яҙмышын тыуған ауылы егете Рәйес Камалетдинов менән бәйләй. Уҡыуын тамамлағас, үҙенең тыуған ауылына ҡайтып, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, баш-көллө йәмғиәт эштәренә сума, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, директор вазифаларын башҡара. Шулай һиҙҙермәй ҙә 16 йыл үтеп китә. Тырыш хеҙмәте бында ла лайыҡлы баһалана – эшендәге юғары күрһәткестәре өсөн оло ихтирам яулап өлгөргән Әлфиә Вәли ҡыҙы «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» исеменә лайыҡ була.

1987 йылда Әлфиә Вәли ҡыҙы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына эшкә саҡырыла. Башланғыс кластар факультетында эшләү дәүерендә ул ассистент вазифаһынан доцент дәрәжәһенә тиклем күтәрелә, педагогия фәндәренә кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Педагогия училищеһы – институт – мәктәп тәжрибәһе үткән абруйлы педагог 30 йылға яҡын студенттарҙы рус теле буйынса уҡытыу методикаһы серҙәренә өйрәтә, күп йылдар факультетта педагогик практиканы етәкләй.

Ә.В. Камалетдинова башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн «Рус теле» һәм «Рус әҙәбиәте» дәреслектәре авторҙашы, студенттар өсөн тиҫтәләгән уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары авторы. Тәжрибәле педагог, тыңғыһыҙ эҙләнеүсе ғалимә, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика, төбәк-ара кимәлдәге ғилми һәм ғилми-ғәмәли конференцияларҙағы фәһемле сығыштары менән дә күптәргә үрнәк булып тора Әлфиә Вәли ҡыҙы. Үҙенең уҡыусылары, студенттары менән дә лайыҡлы рәүештә ғорурлана ала ул. Күбеһе тормошта үҙ урынын тапҡан: араларында мәктәп директорҙары һәм директор ярҙамсылары, алдынғы уҡытыусылар, күренекле табип һәм журналистар, фән кандидаттары бар.

Бөгөн Стәрлебаштың данлыҡлы ҡыҙы - педагогия фәндәре кандидаты, доцент, РСФСР мәғариф отличнигы Әлфиә Камалетдинова үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай. Уға киләсәктә лә сәләмәтлектә, күңел көрлөгөндә яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, яҡташтарының ихтирамын-иғтибарын тойоп, тормоштан йәм-тәм табып йәшәргә насип булһын!

Рәмзәнә Абуталипова,

филология фәндәре докторы,

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы РФ һәм РБ яҙыусылар берлеге ағзаһы.

Фото ғаилә альбомынан.


Читайте нас: