Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ноябрь 2018, 12:41

Ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн. Һинең. Минең. Дуҫтарҙың...

Ваҡыт бик тиҙ үтә. Тәбиғәттә, тормошта барыһы ла үҙгәрә. Бер быуын икенсеһе менән алмашына. Әммә ҡағиҙәләр, закондар һәм кодекстар үҙгәрешһеҙ ҡала, сөнки улар кешеләргә хеҙмәт итә. Транспорт һәм йәйәүлеләрҙең хәрәкәтен көйләүсе юл хәрәкәте ҡағиҙәләре - шуларҙың береһе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдә йылдан - йыл юл-транспорт фажиғәләре һаны арта, уларҙа кешеләр, шул иҫәптән балалар ҙа һәләк була. Көн дә тиерлек телевизорҙан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүҙең эҙемтәләрен күрһәтәләр.

Халыҡ-ара юл-транспорт фәжиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө Рәсәйҙә йыл һайын ноябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә, ағымдағы йылда - 18 ноябрҙә билдәләнә. Уның маҡсаты - юл-транспорт фәжиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу, уларҙың ғаилә ағзаларының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашыу.

Ҡалаларҙа юл-транспорт фәжиғәләре ҡорбандары иҫтәлегенә саралар үткәрелә, һәйкәлдәргә сәскәләр һалына, хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу символы булараҡ һауа шарҙары күккә осорола, конференциялар һәм семинарҙар уҙа.

Был көндө беҙҙең Первомайский урта мәктәбендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә класс сәғәттәре үткәрелә. Класс етәкселәре уҡыусыларҙың иғтибарын юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге проблемаһына йәлеп итә, йәйәүлеләр өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә, үҙҙәренең һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмере өсөн яуаплылыҡ хисе уята. Шулай уҡ юлда велосипедтар һәм скутерҙарҙа йөрөү хәүефе тураһында иҫкәртә. Комендант сәғәте тураһында иҫкә төшөрә, сөнки күпселек юл-транспорт фажиғәләре тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ҡылына. Был класс сәғәттәре - каникулда юлда хәрәкәт иткәндә хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртеү, сөнки тәүге триместр тамамлана.

Кәримә ХОҘАЙБИРҘИНА,

Первомайский урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Читайте нас: