Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ноябрь 2018, 11:52

Крәҫтиән хеҙмәтенә түбәнселек менән баш эйәбеҙ

Тамағыбыҙ туҡ булып, иҫән-һау йәшәүебеҙҙә ҡояштың тәүге нурҙары менән тороп баҫыуға йәки фермаға эшкә ашыҡҡан ауыл хеҙмәтсәндәренең өлөшө бик ҙур. Сөнки был кешеләр - беҙҙе туйындырыусы, крәҫтиәндәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен, тәжрибәһен һәм оҫталығын һаҡлаусы. Көҙ улар өсөн - хеҙмәттәренең һөҙөмтәһен баһалау, киләсәккә пландар ҡороу ваҡыты. Шуға күрә байрамды ауыл хеҙмәтсәндәре көҙөн билдәләй.

Традицияға ярашлы үткәрелгән ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре слетында ҡатнашыусыларҙы танырлыҡ түгел ине: ир-егеттәр ҡупшы костюмдар, ҡатын-ҡыҙҙар - сәстәрен матурлап ҡуйып, иң яҡшы күлдәктәрен кейгән. Байрамға ауыл хужалығы тармағының алдынғы хеҙмәтсәндәре һәм ветерандары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары һәм эшсәндәре, район ойошмалары, предприятиелары, ойошмалары, учреждениелары хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Байрамға килеүселәр уларға булған иғтибарҙан ҡаушап ҡалғандай булды. Һәм был аңлашыла ла, сөнки улар артыҡ һүҙһеҙ, ваҡытты әрәм-шәрәм итмәйенсә эштәрен һәр саҡ ваҡытында башҡарып өйрәнгән. Тап ошондай егәрле һәм намыҫлы кешеләр арҡаһында өҫтәлебеҙ мул, тамағыбыҙ туҡ. Ауыл хеҙмәтсәндәренең эше еңел булмаһа ла, был көндө берәү ҙә зарланырға теләмәне. Эштәрен яратыуҙары, ә был байрам киләсәктә һөҙөмтәле хеҙмәт өсөн дәрт-дарман өҫтәүе тураһында уларҙан ишетеү һөйөнөслө булды.

Игенселәр үҙҙәренә ҡарата был көндө район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровтан бихисап йылы һүҙҙәр ишетте, ул механизаторҙарға, баҫыу эшсәндәренә, малсыларға, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәренә намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре, һәр ваҡыт шәхсән үҫешергә тырышыуҙары һәм тармаҡ эше һөҙөмтәһенә дөйөм өлөштәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерҙе. Бөгөнгө байрам көнөн район аграрийҙары һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылай, тип билдәләне Фәнүр Зөфәр улы сығышында.

-Һауа торошоноң тотороҡло булмауы элеккесә беҙҙе ныҡлыҡҡа һынаны, план күрһәткестәренә үҙгәрештәр индерҙе. Шуға ҡарамаҫтан, ағымдағы йылдың 9 айында ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме 1 миллиард 671 миллион 383 мең һум тәшкил итте. Ауыл халҡы уңыш һәм тулайым ашлыҡ алыр өсөн ғәйәт ҙур эш башҡарҙы. Гектарынан 16 центнер уртаса уңыш менән 60 мең тоннанан ашыу иген үҫтерелде. Хужалыҡтар өсөн малсылыҡ тармағы ҙур әһәмиәткә эйә, уларҙың уңышы тотош район агросәнәғәт комплексының тотороҡло үҫешендә туранан-тура сағыла. Йыл башынан район малсылары тарафынан 4538 тонна ит һәм яҡынса 30 мең тонна һөт етештерелгән, был уҙған йыл кимәленән 108,7% тәшкил итә. Мал ҡышлатыуға улар ентекле әҙерләнгән. Мал биналарын ремонтлаған, етерлек мал аҙығы әҙерләгән. Хужалыҡтарҙа һыйырҙар күпләп быҙаулай башлаған. Ҡыш - ферма хеҙмәтсәндәре өсөн яуаплы осор, әммә уларҙың тырышлығы арҡаһында уны һәйбәт күрһәткестәр менән сығырбыҙ тип ышаныслы әйтергә мөмкин.

Фәнүр Зөфәр улы райондағы башҡа халыҡ хужалығы өлкәләре эшмәкәрлеге тураһында ла ентекле һөйләне, улар ҙа шулай уҡ уның иҡтисадының мөһим өлөшө. Унда эшләгән хеҙмәткәрҙәргә намыҫлы хеҙмәттәре һәм уңыштары өсөн рәхмәт белдерҙе. Кесе бизнес вәкилдәренә, атап әйткәндә, фермерҙарға рәхмәт әйтте. Район буйынса барлығы 97нән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә, улар 16 мең гектар ерҙә үҫемлекселек продукцияһы етештерә, яҡынса 1,4 мең баш эре мал аҫрай, шул иҫәптән һауын һыйырҙар 300 баштан ашыу. Шулай уҡ торлаҡ, коммуналь, газ, энергетика һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте эшенең әһәмиәтлелеген билдәләне, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, социаль өлкәләре хеҙмәткәрҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Районда торлаҡ төҙөү, социаль, мәҙәни, көнкүреш объекттарын ремонтлау, төрлө проекттар һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу планында ыңғай үҙгәрештәр тураһында һөйләне.

Барлыҡ тармаҡ ветерандары ла ситтә ҡалманы. Сөнки уларҙан йәш быуын тәжрибә ала, уларҙың башҡарған эштәре әле лә файҙалы. Ветерандарҙың хеҙмәтенә рәхмәт йөҙөнән Фәнүр Зөфәр улы район хакимиәтенең АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлегенең элекке баш белгесе Нурия Ғәбитова, «ТОЛПАР» йәмғиәте агрономы Айрат Ғиниәтуллинға, Ҡарағош ауыл мәҙәниәт йортоноң элекке художество етәксеһе Зөлфирә Хәсәноваға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

- Отчет йылы район халҡы өсөн бай булды, - тип дауам итте Ф.Туҡтаров. - БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайланды. Депутатлыҡҡа кандидаттар һәм халыҡ араһында бихисап осрашыуҙар үткәрелде. Район халҡы үҙҙәре һайлаған депутаттарҙың һайлаусылар тураһында хәстәрлек күреүенә, ярҙам итеүенә һәм һәр йәһәттән әүҙем булыуҙарына инанды. Форсаттан файҙаланып, Фәнүр Зөфәр улы яҡташыбыҙ, БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илдус Ғүмәровтың райондың социаль иҡтисади үҫешенә әһәмиәтле өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. Үҙ сиратында, Илдус Ришат улы йыйылыусыларҙың барыһын да әһәмиәтле хеҙмәт һәм именлек байрамы менән ҡотлап, киләһе йылда ҡуйған маҡсаттарға ирешеүҙәрен теләне.

Артабан һүҙ слетҡа килгән ҡунаҡтарға тапшырылды. Йыйылыусылар алдында БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле, механикалаштырыу, электрификациялау һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге начальнигы Филүс Хантимеров сығыш яһаны.

- Республиканың ауыл хужалығы тиҙ үҫешеп, илдә лидерҙарҙың береһе булыуында Стәрлебаш районының да, атап әйткәндә, бөгөн ошо залда ултырған һәр кемдең өлөшө ҙур, - тип билдәләне Филүс Фәйрүз улы. Республика ауыл хужалығы ҡаҙаныштары менән ҡыҫҡаса таныштырып сыҡҡас, ул Ауыл хужалығы министрлығы наградаларын тапшырҙы. Райондың ете алдынғы хеҙмәтсәне Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына һәм иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булды.

Бетонда иген үҫтереп, фонарь бағанаһынан алма йыйып булмай. Ер шарында ниндәй генә фәнни-техник прогресс булмаһын, ауыл хужалығы булмаһа кеше бер көн дә йәшәй алмай. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәне - илдең барлыҡ продуктив базаһы батшаһы. БР алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Салауат Харасовтың сығышы ла хеҙмәт кешеһенә ихтирам хистәре менән һуғарылғайны. Салауат Фәттәх улы уларҙы Стәрлебаш район ветеринар станцияһының Буҙат ветеринар участкаһы мөдире Ф.М.Абайҙуллинға, «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәте тракторсы-машинисы Ф.К.Арыҫлановҡа, «Правда» агрофирмаһы» йәмиғиәтенең машина менән һыйыр һауыу операторы Ә.Х.Абсаттароваға, «ТОЛПАР» йәмғиәте һөтсөлөк фермаһы мөдире Н.Г.Ғилемйәновҡа, Матросов исемендәге хужалыҡ водителе А.М.Сәйфетдиновҡа, Ленин исемендәге хужалыҡтың машина менән һыйыр һауыу операторы Р.В.Йәһүҙинаға тапшырҙы.

Иң күп һөт тапшырған хужалыҡтар һәм һөт йыйыусыларҙы шулай уҡ беҙҙең район менән хеҙмәттәшлек иткән һөт комбинаттары вәкилдәре Данил Исхаҡов һәм Александр Головин бүләкләне. «Благодать» КПК Стәрлебаш участкаһы управляющийы Фәрит Искәндәров КФХ башлыҡтары Марат Булатов һәм Евгений Тюминға аҡсалата бүләктәр бирҙе. «Центральная» МТСы Миәкә филиалы директоры Айрат Садиҡов һәм Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаровтың Рәхмәт хаттары һәм бүләктәре лә үҙ геройҙарын тапты.

Артабан хеҙмәт алдынғыларын, шулай уҡ «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы - 2018» район конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү булды. Байрамды алып барыусыларҙан фамилияларын ишетеп, сәхнәгә күтәрелеүселәр район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров һәм район Советы рәйесе Юнир Рысаев ҡулынан Маҡтау грамотаһы алғанда һәм юғарыла атап үткән яҙыулы ҡыҙыл атлас таҫмаларҙы таҡҡанда шатлыҡтарын йәшермәне һәм ғәйәт ҙур ғорурлыҡ кисерҙе. Һәм бындай хеҙмәткәрҙәр аҙ булманы.

Хужалыҡтарҙа намыҫлы эшләгән водителдәр, механизаторҙар, белгестәр, шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәләрен сәләмләп, тағы күп тапҡыр фанфаралар һәм көслө алҡыштар яңғыраны. Байрамда йыйылыусыларға район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары матур концерт әҙерләгәйне.

Крәҫтиәндәргә эҫе көндө лә, ваҡытһыҙ яуған ямғырҙар аҫтында ла эшләргә тура килә. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә уңышҡа хаҡ сәйәсәте лә еңел түгел. Һауа торошо ла, хаҡтар ҙа йыш ҡына етәкселәрҙең һәм игенселәрҙең пландарын боҙа. Шуға ҡарамаҫтан, улар ҙур яуаплылыҡ менән эшләүен дауам итә, ә етәкселәр хәл ителмәҫлек мәсьәләләрҙән дә сығыу юлдары таба. Һәр матур көндө һәм ваҡыттарын әрәм итмәйенсә баҫыу хеҙмәтсәндәре ҡышҡылыҡҡа әҙерләнде һәм киләһе яҙға нигеҙ һалды. Һыуыҡтар менән оҙаҡ көтөп алған ял да етте. Шуға күрә тантаналы йыйылыштан һуң ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре байрамса әҙерләнгән өҫтәл артында йылы, дуҫтарса мөхиттә аралашты. Сара тамамланды, әммә эш дауам итә, һәм алда ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен тағы бик күп ҡаҙаныштар һәм уңыштар көтә.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.


Читайте нас: