Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ноябрь 2018, 10:31

Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда!

Ҡарағош ауыл биләмәһе өсөнсө тапҡыр урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу теләге белдерә. Ул районда дүртенсе йыл уңышлы эшләй. Барлыҡ ауыл биләмәләре лә ошо программала ҡатнашып, муниципалитеттарҙағы проблемаларҙы хәл итә. Был - һыу менән тәьмин итеү, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, янғын һүндереү резервуарҙары, музыка аппаратураһы һатып алыу һ.б.

Ҡарағоштар әлеге программа буйынса ауыл мәҙәниәт йортон, юлдарҙы һәм Һәүбән урамында күперҙе ремонтланы.

2019 йылда ла беҙ йәнә урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашырға ҡарар иттек. Октябрь башында үткән йыйында Баҡса ауылы халҡы беренсе сираттағы проблемалар тураһында әңгәмәләште, үҙ фекерен, теләктәрен белдерҙе. Күпселек тауыш менән Баҡса ауылындағы шишмәне төҙөкләндереү зарурлығы билдәләнде.

Башҡараһы эш уңышлы үтһен өсөн ауыл халҡы араһында аңлатыу эштәре алып барыу, тейешле документтарҙы әҙерләү мөһимлеген билдәләп үтергә кәрәк. Ауыл биләмәһе проблемаһының күпселек өлөшө ауыл халҡы уларҙа туранан-тура ҡатнашҡан саҡта ғына хәл ителәсәген кешеләргә еткерергә кәрәк. Йыйындарҙа төп проблемалар буйынса фекер алышҡанда һәм уларҙы тәғәйенләгәндә кешеләр ни тиклем күберәк булһа, уның ыңғай хәл ителәсәгендә өмөт шул тиклем күберәк.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 1 млн. һумға яҡын аҡса бүленде. Бюджеттан аҡса алыр өсөн кешеләр, бағыусылар һәм урындағы бюджет яғынан финанс ярҙам күрһәтеү мөһим шарт булып тороуын ауыл халҡы белергә тейеш. Проектта шулай уҡ бер нисә ысул менән ҡатнашырға мөмкин - шәхсән ярҙамлашырға, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, техника бүлеү юлы менән.

Проект ярҙамында йылдар буйы йыйылып килгән көнүҙәк проблемаларҙы хәл итергә мөмкин. Тимәк, ауыл халҡы именлеген һәм уңайлылығын берҙәм тырышлыҡ күрһәтеп кенә тәьмин итергә мөмкин. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда!

Роберт ТУҠТАРОВ,

Ҡарағош ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.
Читайте нас: