Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ноябрь 2018, 12:50

Тыныслыҡ, именлек һағында

10 ноябрҙә көн-төн тип тормай граждандар именлеге һағында торған ғәййәр тәртип һаҡсылары һөнәри байрамдарын - Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй. Беҙҙең урындағы эске эштәр органдарында ла тиҫтәләгән хеҙмәткәр бурыстарын намыҫлы үтәй.

Был үҙенсәлекле, бөтә халыҡ байрамы тип әйтергә мөмкин, сөнки полиция хеҙмәткәрҙәре ябай граждандарҙың тыныслығын, именлеген һаҡлай. Улар - һәр ваҡыт һаҡта тора.

- Дөйөм алғанда, районда оператив хәл-шарттар һәйбәт, - ти Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы буйынса кадрҙар бүлеге начальнигы Зиннур Ямалетдинов. - Ун ай йомғаҡтары буйынса 152 енәйәт теркәлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 27гә аҙыраҡ. Асыҡланған енәйәттәр өлөшө 87,8%, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 2,2% күберәк. Тикшереү мотлаҡ булмаған - 91 (-16), һәм тикшереү мотлаҡ булған - 61 (-11) енәйәттәр һаны кәмегән. Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр һаны бер аҙ кәмегән - 12 (-2). Урлашыуҙар һаны уҙған йыл кимәленән түбәнерәк теркәлгән - 33 (-16). Шул уҡ ваҡытта йылдан-йыл ғаилә-көнкүреш нигеҙендә, үлтереү менән янауға бәйле (күпселек осраҡта эскелек арҡаһында) енәйәттәр һаны арта. Административ сараларҙы ҡәтғиләштереүгә (водитель хоҡуғынан мәхрүм итеү, штрафтарҙы арттырыу) ҡарамаҫтан, руль артына эскән килеш ултырыусылар һаны кәмемәй. Суррогат алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыу ҙа ҙур хәүеф тыуҙыра. Әммә... штрафты элекке 1,5 - 5 мең һумдан 30 мең һумға тиклем арттырыу алкоголь һатыуҙан байырға яратыусыларҙың эшенә кәртә ҡуйырға ярҙам итер тигән өмөт уята.

- Ә кадрҙарға килгәндә нисек! Улар етәме?

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта шәхси состав кәметелгән составта эшләй. Тимәк, йөкләмә башҡаларға арта. Зарланыуҙар булмауы һөйөндөрә. Эске эштәр бүлеге коллективы дуҫ, берҙәм, йөкмәтелгән барлыҡ бурыстарҙы намыҫлы башҡара. Ул ғына түгел. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр - районда, зонала һәм республикала үткән төрлө мәҙәни-спорт сараларында әүҙем ҡатнашыусылар. Бүлек шулай уҡ республикала даими иң яҡшылар иҫәбендә.

Байрам алдынан намыҫлы хеҙмәте менән үҙенә ҡарата тик изге һүҙҙәргә лайыҡ булғандарҙы билдәләп үткем килә. Был участковыйҙар Айнур Әхмәтшин, Игорь Нуриманов, Марсель Ҡотлошин, юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Инзиль Бәҙретдинов һәм Владислав Шишков һәм, әлбиттә, башҡалар. Беҙҙең эшебеҙгә, уның нормаға һалынмаған графигына, ауырлыҡтарға, төрлө хәл-шарттарға, ҡайһы саҡ отпуск ваҡытында бергә ял итә, байрамдарҙы бергәләп билдәләй алмауға аңлау менән ҡараған хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ғаиләләренә айырыуса рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ бүлек ветерандарына ла ғәйәт ҙур рәхмәт. Бүлек етәкселеге исеменән барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Байрам менән!


Рәйсә МУСИНА яҙып алды.


Читайте нас: