Беҙҙең һауынсылар ниндәй генә белгеслеккә эйә түгел! Улар араһында кассирҙар һәм малярҙарҙы ла осратып була. Ә бына Әлфиә Хөсәйен ҡыҙы - IV разрядлы ашнаҡсы-кондитер. Был һөнәрҙең серҙәренә ул апаһы йәшәгән Нефтекама ҡалаһында өйрәнә. Бер аҙ ваҡыт ашханала эшләп, теорияһын нығыта. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған районына ҡайта. Тормошҡа сыға. Һөнәре буйынса эш таба алмай, ә бына фермаға шул ваҡытта һауынсы талап ителә. Тәүҙә: «Ҡулдан килерме икән?» тигән икеләнеүҙәр була. Фермала, нигеҙҙә, күп физик көс талап итеүсе ҡул хеҙмәте. Эшкә иртән-иртүк барып, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайталар. Әммә бындай хәл-шарттар уға мал-тыуарға, еңел булмаған көндәлек хеҙмәткә ныҡлы өйрәнергә ҡамасауламай. Һәм был бына 25 йыл дауам итә.
Ағымдағы йылдың туғыҙ айында Әлфиә Абсаттарова һәр һыйырҙар 4732 кг һөт һауған - бик яҡшы күрһәткес! Һөт етештереү һәм һатыу буйынса Баҡый һөтсөлөк фермаһы районда иң алдынғы урындарҙың береһен биләй.
- Һауым һауынсының хеҙмәтенә генә түгел, малдарҙы һәйбәт тәрбиәләүгә, дөрөҫ ашатыуға ла бәйле. Миңә килгәндә, эшемде намыҫлы башҡарам, - ти Әлфиә Хөсәйен ҡыҙы. Артабан:
- Күп нимә шулай уҡ коллективҡа ла бәйле. Ул беҙҙә дуҫ, эшһөйәр, барыһы ла бер-береһенә ярҙамлаша. Ферма мөдире Валентина Башарова - һәйбәт ҡатын-ҡыҙ, уға һәр ваҡыт ниндәй ҙә һорау менән мөрәжәғәт итергә мөмкин, мотлаҡ тыңлап, ярҙамлашасаҡ.
Әлеге мәлдә фермала һыйырҙар күпләп быҙаулай, тимәк, быҙаулаған һәүкәштәрҙең һөтө артасаҡ һәм ҡуйырасаҡ. Төркөмдә һәр һауынсыла 50шәр һыйыр.
- Ә бына былары минең яратҡан һәүкәштәрем, - ти Әлфиә Абсаттарова ике һыйыр эргәһендә туҡтап. - Минең Ромашкам - наҙлы, тыңлаусан, ә Бабка Ежка исемен шәп һәм үҙенсәлекле холҡо өсөн алды.
Әлфиә Хөсәйен ҡыҙының эштә лә, өйҙә лә мәшәҡәттәре етерлек. Уның йорт алды иркен, ҙур булмаған ферманы хәтерләтә. Өй эштәрендә дүрт балаһы ярҙамлаша. Әлфиә Хөсәйен ҡыҙының ике улы өлкән, береһе Мәскәүҙә, икенсеһе - Башгеофизикала эшләй, ҡыҙы - мәктәптә уҡый, бәләкәйе балалар баҡсаһына йөрөй. Улар - уның иң төп байлығы һәм һөйөнөсө.