Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Рәшитте армияға алалар. Калининград өлкәһендә сик буйы ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, артыҡ баш ҡатырмай. Тыуған ауылынан бер ҡайҙа ла китергә теләмәй. Ленин исемендәге колхоздың (хәҙер ауыл хужалығы етештереү кооперативы) Ҡуғанаҡбаш һөтсөлөк фермаһына мал ҡараусы булып эшкә урынлаша. Оҙаҡламай ғаилә ҡора. Ҡатыны Зәлиә шул уҡ фермала эшләй. Уларҙың ике ҡыҙы бар. Икеһе лә эшләй. Береһе - Стәрлебашта, икенсеһе - Стәрлетамаҡта.
Фермала бөгөнгө хәл-шарттар тураһында һүҙ сыҡҡас:
- Тырышабыҙ, - тине ҡыҫҡаса ғына Рәшит.
Ә ентеклерәк мәғлүмәтте ферма мөдире Рәсим Ишмөхәмәтов бирҙе. Бында мал һаны ярайһы уҡ күп кенә, шул иҫәптән һыйырҙар - 270 баш. Малдарҙы ҡышлатыуға ентекле әҙерләнгәндәр. Ҡайҙа кәрәк, шунда ремонт яһағандар. Механизмдар һәйбәт торошта. Мал аҙығы етерлек. Һыйыр аҙбарында һөт үткәргес ҡуйылған.
Коллектив ағзаларының холҡо ныҡ, крәҫтиәндәрсә. Бында мал ҡараусылар Рәшит Бикҡолов, Илдус Ғәлимов, Фәрғәт Йәһүҙин, Флүр Ишмөхәмәтов, Тимербай Кәримов, Илдар Сәйфетдинов, Эмиль Дәминовтар намыҫлы эшләй. Уларҙың эше еңел түгел, әммә уны ентекле башҡаралар. Ваҡытында малдарҙың аҫтын таҙартып, ашаталар.
Һауынсыларҙың да эше еңелме ни? Иртәнге сәғәт алтынсы яртыла бөтә ауыл йоҡлағанда эшкә китәләр, уларға «Газель» машинаһын биргәндәр. Иртәнле-кисле шуның менән эшкә йөрөйҙәр. Фермала ла, өйҙәрендә лә мәшәҡәттәр бихисап.
Ҡуғанаҡбаштар етештереү күрһәткестәрен даими арттыра. Ун айҙа фермала уртаса һәр һыйырҙан 4600 кг һөт һауылған. Ә һауынсылар Әлфиә Искәндәрова менән Резеда Йәһүҙина 5000 кг һөт һауыуға ирешкән.
Бында киләсәк тураһында уйлап эш итәләр. Һауын һыйырҙар көтөүлеген яңыртыу өсөн 150 баш тана бар, уларҙың күбеһе юғары продуктлы ҡара-сыбар тоҡомло.
Бына шулай дөйөм тырышлыҡ менән малсылыҡ эшен алға алып баралар. Хеҙмәт юбилярының да был йәһәттән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.