Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ноябрь 2018, 12:46

Һәр саҡ алдынғылар иҫәбендә

Билдәле булыуынса, ауыл хужалығында ял итергә лә ваҡыт юҡ. Бер ҡыҙыу эш мәле тамамланһа икенсеһе башлана. Йәш механизатор Николай Данилов өсөн (һүрәттә) быйылғы йыл айырыуса көсөргәнешле булған. Йәйен ул мал аҙығы әҙерләүселәр бригадаһы иҫәбендә комбайнда эшләй, һуңынан Т-150 тракторына ултыра.

Ул Мәләүез районында тыуып үҫә. «Күндерәк» хужалығында икенсе йыл эшләй. Тырыш егеттең эшен хужалыҡ етәкселеге уҙған миҙгелдә үк баһалай.

- Ә беҙгә күсеп килергә теләмәйһеңме? Өй алырға ярҙам итер инек, - тип тәҡдим итә бер ваҡыт хужалыҡ етәксеһе Дато Кардава. - Күреп торам, һин егәрле егет, техниканы яҡшы беләһең. Тимәк, эш тә, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ла буласаҡ.

Николай уйларға вәғәҙә бирә. Тәҡдим ни тиклем яҡшы булһа ла тормош иптәше Наталья менән ҡарарҙы шунда уҡ ҡабул итмәйҙәр, яҡшылап уйлайҙар.

- Бер яҡтан, туғандарың да, дуҫтарың да булмаған башҡа районға күсенергә кәрәк, - тип икеләнәләр улар, - ә икенсенән, беҙҙең заманда тағы ҡайҙа торлаҡ менән ярҙам итерҙәр?

Күпмелер ваҡыт үткәс, Николай Юрьевич ыңғай яуап бирә.

Дато Гивиевич һүҙендә тора. Оҙаҡламай Даниловтар Йәлембәт ауылына күсенә. Урынлашып, баҡса ултырталар. Хәҙер иһә һыйыр һатып алырға уйлайҙар.

-Ярҙамсылар етерлек, - тип йылмая ул.

Даниловтар - күп балалы ғаилә. Уларҙың бер ҡыҙ һәм өс улдары үҫеп килә! Кескәйҙәре - игеҙәктәр. Эштән буш ваҡытта Н.Данилов рәхәтләнеп балаларын ҡараша һәм өй эштәре менән булыша. Ул егәрле, оҫта кеше. Шуға ла ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тирә-яҡтағыларҙың ышанысын һәм ихтирамын яулағандыр, моғайын.

Николай Даниловтың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Эштә ул - алдынғылар иҫәбендә, өйөндә лә тәртип. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: