Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ноябрь 2018, 12:50

Мәҡәләләре күңелгә ятышлы

Иптәштәрем, элекке таныштарым менән осрашҡанда (был тиҫтәләгән кеше), улар, минең элекке эшемде иҫләп, гәзит тураһында ла һүҙ ҡуҙғаталар. Дөйөм алғанда, уларҙың фекере былайыраҡ:- Район гәзитен ҡулға алам да, иң беренсе Фаягөл Йосопованың мәҡәләләрен эҙләйем. Бик яҡшы яҙа. Башҡаларҙан айырылып тора. Бик талантлы, күңелгә үтеп инерлек мәҡәләләр яҙа. Ҡайһы бер урындарҙы ҡабат-ҡабат уҡып сығам.Гәзит уҡыусыларҙың баһаһы бына шундай.

Ул Хәлекәй ауылынан. Урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң Әмир урта мәктәбендә белем ала. Уның әҙәбиәткә тартылыуы һиҙелә. Шиғырҙар яҙа. Ике тапҡыр район олимпиадаларында еңеү яулай.

Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инергә ҡарар итә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның был хыялы тормошҡа ашмай. Һуңыраҡ ситтән тороп төҙөлөш колледжының юридик бүлеген тамамлай. Хәлекәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләй. Тормошҡа сыға.

2007 йылдың мартында әсәһе Миңлегөл Ғатаулла ҡыҙы:

- Редакцияға барып ҡара, бәлки эшкә алырҙар. Һәләтең бар бит, - тип кәңәш бирә.

Һәм, ысынлап та, уны хәбәрсе итеп эшкә алалар.

Уның яҡташы, журналист һәм яҙыусы, хаҡлы ялдағы Флүрә Хәлиуллина (хәҙер мәрхүмә):

- Афарин! Һинең барыһы ла килеп сығасаҡ. Тырыш, - ти.

Һуңынан мөхәррир Мансаф Ғәниев та уның үҙенсәлекле һәләтен күреп ҡала.

Оҙаҡламай ул агросәнәғәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Әммә башҡа темалар ҙа уға бик яҡын.

Фаягөл Йосопова барлыҡ кешеләр менән уртаҡ тел табып, ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора белә. Ул мәҡәләләрҙе үҙенсәлекле итеп яҙа. Улар ябай, еңел уҡыла, фекер тиҙ еткерелә, шул уҡ ваҡытта тәрән мәғәнәгә эйә. Уның мәҡәләләрендә бормалы-бормалы, ҡабатланған, ҡатмарлы һөйләмдәр юҡ, һәр һүҙе урынлы. Мәҡәлә исемдәре мәғәнәле, үҙенсәлекле, йәғни улар гәзит уҡыусыларын айырыуса йәлеп итә. Әгәр уның мәҡәләләрен Өфө журналистарына күрһәтһәң, улар ихтирам менән уны маҡтап баһаларҙар ине, моғайын.

Фаягөл шиғырҙар яҙыуын да дауам итә. Уның эш кабинетында тотош стенала ике рәткә тиерлек эш өҫтөндә ауыл хеҙмәтсәндәренең, тәбиғәт күренештәрҙең фотоһүрәттәре, ә уларҙың эргәһендә шиғыры эленеп ҡуйылған.

Ул ғаиләһенән дә бәхетле. Тормош иптәше Илфаҡ менән (ул Айҙарәле ауылынан) өс ул тәрбиәләйҙәр. Уртансылары, өсөнсө класта тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән Ильяс та шиғырҙар яҙып булыша. Бәлки, ваҡыт үтеү менән ул да журналистикаға барыр...

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН, хаҡлы ялдағы журналист.

М.ӘҺЛИУЛЛИНА фотоһы.
Читайте нас: