- Мәктәптән һуң ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау минең алдымда бер ҡасан да торманы, - ти Ильмира Мөҙәрис ҡыҙы. - Миңә байтаҡ йылдар район дауаханаһында ашығыс ярҙам фельдшеры булып эшләгән әсәйем Нәзирә Миңлеғаян ҡыҙы бала саҡтан үрнәк булды һәм булып ҡала. Шуға күрә, мәктәпте тамамлау тураһында аттестат алғас, документтарымды медицина университетына тапшырҙым.
Уҡыуы бик ауыр булды, айырыуса, тәүге өс курста, һуңынан өйрәндем, ти ул. Өҫтәүенә, уға уҡыуы бик оҡшай.
- Теорияны практика менән нығытып барыуыбыҙ һәйбәт булды, - тип иҫәпләй терапевт, - лекторҙы тыңлап, китаптарҙан белемемде яңыртҡас, уны практикала ҡулландыҡ. Тәүҙә ҡурҡынысыраҡ һәм ғәҙәти түгел ине, һуңынан өйрәндек.
2011 йылда, интернатуранан һуң, Ильмира тыуған ауылына эшкә ҡайта. Хеҙмәттәштәренеке кеүек үк, уның бурыстары ла бихисап. Был - поликлиникала сирлеләрҙе ҡабул итеү, дежурлыҡ, бүлектә һәм көндөҙгө стационарҙа сирлеләрҙе ҡарау һәм дауалау. Ул шулай уҡ район үҙәгендә һәм Йәлембәт, Һарайҫа, Шәкәр, Ҡараяр, Күндерәк ауылдары ингән Һарайҫа зонаһында участка терапевы булып эшләй. Әммә ул зарланмай, иң мөһиме, уны борсоғаны - ҡағыҙ эшенең күплеге, ошоноң арҡаһында сирлеләргә бик аҙ ваҡыт ҡала. Тәүге ваҡытта уға хатта ҡағыҙ эшенең бер өлөшөн өйгә алып ҡайтып эшләргә тура килә.
- Бер пациентты ҡабул итеүгә 12 минут бирелә, - тип дауам итә әңгәмәсем. - Ошо ваҡыт эсендә уны тыңларға, тикшереп ҡарарға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға, дарыуҙар тәғәйенләргә кәрәк. Әлбиттә, был ваҡыт бик аҙ, сөнки пациенттар төрлө. Реакцияһы яй булған, насар ишеткән өлкән йәштәгеләр күп.
Бер һүҙ менән әйткәндә, уның фекеренсә, «өҫтә» ошо мәсьәләне тикшереп ҡарау ҡамасауламаҫ ине.
Уны шулай уҡ тар белгеслеккә эйә булған табиптарҙың ғына түгел, терапевтарҙың да етешмәүе борсой. УЗИ өсөн дә ҡоролма яңыртырға кәрәк ине, тип иҫәпләй Ильмира Мөҙәрис ҡыҙы, сөнки сирлеләргә ҡалаға тикшеренеүгә барыу ауыр һәм яйһыҙ.
- Әсәй, мин үҫкәс, һинең кеүек табип, әммә педиатр булам, - ти уға ике йыл элек дүртенсе класта уҡыған ҡыҙы Аделина. Әммә һуңынан кире уйлай. - Эшең бик мәшәҡәтле һәм ауыр, - тип иҫәпләй әле алтынсы класта белем алыусы ҡыҙы.
- Атайым менән әсәйемә рәхмәт, балаларымды ҡарашалар. Улар булмаһа миңә еңел булмаҫ ине, - тип рәхмәт әйтеп һөйләй ата-әсәһе тураһында Ильмира Мөҙәрис ҡыҙы. - Башҡаһында ла бик һәйбәт. Эшемде яратам. Коллектив яҡшы, дуҫ. Ҡыҙым Аделина һәм улым Данир һәр йәһәттән һөйөндөрә. Иң мөһиме, барыһы ла иҫән, сәләмәт, эшем һәм йәшәр урыным бар. Иртән-иртүк шатланып эшкә барам, ә эш бөткәс ашҡынып өйгә ҡайтам. Ошо ысын бәхеттер, моғайын.