Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ноябрь 2018, 12:19

Хәйерле юл, шофер!

Айрат Сәйфетдинов (һүрәттә) водитель таныҡлығын армияға саҡырыу ҡағыҙы менән бер ваҡытта ала, тиһәң дә була. Салауат автомәктәбендә алынған таныҡлыҡ менән хеҙмәт итергә китә.

... Кавказ аръяғы егетте йылы һауа торошо һәм әйтеп аңлатҡыһыҙ хозур тәбиғәте менән ҡаршылай. «Татар» иптәшеңде ал да юлға сыҡ», - тиҙәр уға КамАЗ йөк автомашинаһы асҡысын тапшырып. «Ике татар» бик яҡшы эшләп китә. Хеҙмәт иткән ваҡытта һалдат тоғро «иптәшендә» тотош Кавказды урап сыға.

- Тбилиси, Баку, тағы бик күп матур ҡалаларҙы күрергә, айырыуса, һаҡлыҡ һәм иғтибарлыҡ талап иткән меңдәрсә километр таулы юлдарҙан йөрөргә тура килде. Аҙыҡ-түлек, хәрби кейем-һалым ташыныҡ, - тип хәтерләй Айрат Миңлевара улы армияла хеҙмәт иткән онотолғоһоҙ йылдары тураһында.

Тыуған Әмир ауылына ҡайтҡас, егет урындағы Матросов исемендәге колхозға водитель булып эшкә урынлаша. Тәүге мәлдә ГАЗ машинаһында, һуңынан «Беларусь» тракторында эшләй. 80-се йылдар аҙағында уңышты урып-йыйыуҙа ярҙам итер өсөн Красноярск крайына командировкаға бара. Ул саҡта «Енисей» маркалы комбайнда эшләй.

Оҙаҡламай Айрат Сәйфетдиновҡа колхоз етәкселеге ауылдашы Ришат Басиров өс йыл ғына эшләп өлгөргән яңы тиерлек ЗИЛ автомашинаһын ышанып тапшыра. «Тимер аты»нда А.Сәйфетдинов әлеге көнгә тиклем - 20 йылдан ашыу эшләй!

- Нигеҙҙә мал аҙығы - силос, сенаж, бесән, сәсеү һәм урып-йыйыу осоронда - ашлыҡ ташыу менән шөғөлләнәм. Хәҙер алыҫ рейстар бик һирәк, Совет заманындағы кеүек түгел - ул саҡта ҡалаларға ла, күрше өлкәләргә лә барырға тура килә ине, - ти ул.

Тормош иптәше Резеда менән улар ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары Айҙар - электрсы, Артур - быраулауҙа эшләй. Айрат Миңлевара улы тырыш хеҙмәтсән һәм хәстәрлекле ғаилә башлығы ғына түгел, берҙән-бер ейәнсәре өсөн яратҡан олатай ҙа!

Юғарыла әйтелгәндәргә юлда йөрөгәндә уңыштар һәм һәйбәт кәйеф теләйбеҙ тип өҫтәйһе генә ҡала!
Читайте нас: