- Беҙҙең үҙәк сирле балаларға физик һәм әхлаҡи ярҙам күрһәтеү өсөн булдырылған. Беҙгә Стәрлебаштан тыш, күрше Миәкә, Бишбүләк райондарынан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан да сәләмәтлектәрен нығытырға киләләр. Беҙҙең балалар һәм үҫмерҙәр һәр ваҡыт үҙҙәренә ҡарата күп иғтибар һәм хәстәрлек талап итә. Һәр балаға һәм ғаиләгә, дөйөм алғанда, шәхсән алым кәрәк, - тип һөйләй ул.
Рита Миңләхмәт ҡыҙы менән әңгәмәләшкәнсе, беҙҙе балалар уратып алды. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, балалар реабилитациялау үҙәгенән ҡәнәғәт, тәрбиәселәрен хөрмәт итәләр һәм уны тыңлайҙар. Балалар рәхәтләнеп уҡый, шөғөлләнә, төрлө тематик уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша.
- Рита Миңләхмәт ҡыҙы - юғары теоретик һәм практик белемгә эйә булған аҡыллы һәм инициативалы белгес. Ул яуаплы, әүҙем, ярҙамсыл, ихлас һәм изге күңелле ханым. Уны коллегалары хөрмәт итә, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ярата, - ти уның тураһында филиал етәксеһе Фаил Яруллин.
- Әгәр ғаиләм һәм хеҙмәттәштәрем ярҙамлашмаһа бигүк еңел булмаҫ ине. Сөнки беҙҙең график үҙенсәлекле - ҡайһы саҡ ял көндәрендә лә эшләргә тура килә. Тормош иптәшем менән ике бала тәрбиәләйбеҙ, уларҙы ла яңғыҙ ҡалдырып булмай. Уға аңлағаны, туғандарға, хеҙмәттәштәремә - ярҙамдары өсөн рәхмәт, - ти ул.
Р.Ишбулдина баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте, балалар һәм үҫмерҙәргә белем һәм уларҙың үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Күмертау ҡалаһы реабилитациялау үҙәгенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Сөнки һәр кем үҙенсәлекле балалар менән эшләй алмай. Уларҙың үтенестәрен тыңлап, бөтмәҫ һорауҙарына яуап биреү, тиҙ һәм дөрөҫ эш итеү, түҙемле булыу, һәйбәт шарттар булдырыу һәм балаларҙың яңы урынға өйрәнеү проблемаһын хәл итә белер өсөн ныҡлы ихтыяр көсө кәрәк. Ысынлап та, һәр кем тәрбиәсе була алмай, был эште ысынлап та яратырға, бирелеп эшләргә һәм уның менән йәшәргә кәрәк!