Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Ноябрь 2018, 13:19

Район гәзитенә яҙылһағыҙ, яңылыҡтарҙы белерһегеҙ һәм бүләк оторһоғоҙ

Район гәзите редакцияһында гәзиткә яҙылыусылар араһында «Аҙна һайын бүләк» уйнатыу дауам итә. Уҙған йома көндө район үҙәге һәм ауылдар халҡы йәнә бәхетен һынап ҡарарға йыйылды.

Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыуға шәхсән килеүселәр унау, бүләктәр ҙә шул тиклем үк булды. «Әйҙәгеҙ, килеүселәр араһында ғына бүләк уйнатайыҡ», - тип шаяртты килеүселәр. Йыйылыусылар сиратлап йәшниктән яҙылыу квитанциялары тартып сығарҙы, әммә килеүселәр араһында Стәрлебаш ауылынан Биктимер Ғәфиәтуллинға ғына уңыш йылмайҙы. Әйткәндәй, ул ошондай бүләк уйнатыуҙа бер нисә тапҡыр еңгәне булды. Ул ысынлап та бәхетле кеше. Бүләк отоусылар - А.Хәкимов (һүрәттә), Г.Хәбибуллина (икеһе лә район финанс идаралығынан), үҙәк район дауаханаһынан әүҙем яҙылыусылар И.Заһиҙуллина, Л.Сапожникова һәм Й.Фәйрузова, Йәлембәттән Б.Аллабирҙин, район үҙәгенән М.Ғәйнетдинова, З.Садиҡова һәм Г.Ғиләжетдинова.

***

Ҡәҙерле дуҫтар! Район гәзитенә яҙылыу дауам итә. Киләһе бүләктәр уйнатыу 9 ноябрҙә 10.00 сәғәттә була. Унда ҡатнашыу өсөн гәзиткә яҙылып, квитанцияларығыҙҙы редакцияға килтерегеҙ, һәм, бәлки, тап һеҙ бүләк оторһоғоҙ һәм барлыҡ яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар булырһығыҙ. Супер бүләк - ВЕЛОСИПЕД тураһында ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Гәзиткә яҙылығыҙ һәм яңы йылда ла бергә булырбыҙ!

Лиана ЙӘРМИЕВА. Г.ҒӘФИЕВА фотоһы.
Читайте нас: