Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Ноябрь 2018, 13:21

Бер быуатҡа яҡын ғүмер

Быйылғы октябрь айы йылы көндәргә генә түгел, районыбыҙҙа ғүмер кисереүсе йөҙйәшәрҙәрҙең матур юбилейҙарына ла бай булды. Мәҫәлән, Ямғырсы ауылынан Мөбәрәк Хисамова (һүрәттә) ҡотлау менән сираттағы Кремль открыткаһы алды.

Ил Президенты В.В.Путин, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровтың открыткаларын, шулай уҡ бүләктәр һәм сәскә гөлләмәләре тапшырырға Ямғырсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф.Ф.Кәримов, ауыл биләмәһенең эштәр менән идара итеүсеһе М.М.Аҡбашева килде. Улар инәйҙе 90 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, именлек, яҡындарының һөйөүен һәм хәстәрлеген теләне.

90 йәш - оло йәш, сөнки шундай юбилейҙы һәр кем ҡаршылай алмай. Ә уны балалар, ейәндәр араһында ҡаршылау - ғәйәт ҙур бәхет! Бындай бәхет беҙҙең юбилярҙы ла урап үтмәгән. Тормош иптәше Әҙһәм менән (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле мәрхүм) улар биш ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Һуңғы 26 йылда Мөбәрәк Вәлиәхмәт ҡыҙы Филүс улы һәм Лилиә килене менән йәшәй. Улар уны иғтибар һәм һөйөү менән солғап алған. М.Хисамова ғүмерен хеҙмәткә һәм балалар тәрбиәләүгә бағышлай. Оҙаҡ йылдар Ямғырсы урта мәктәбе ҡарамағындағы ҡышҡы айҙарҙа күрше ауылдарҙан килеп балалар йәшәгән интернатта тәрбиәсе булып эшләй.

Сәләмәтлегегеҙ ҡаҡшамаһын, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Юбилейығыҙ менән!

Фаягөл ЙОСОПОВА.

Фото Ф.КӘРИМОВ тарафынан бирелде.
Читайте нас: