Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Ноябрь 2018, 11:51

Быуатлыҡ юбилейҙы ҡаршылап

Беҙҙең республика өсөн мөһим юбилейлы йыл яҡынлаша. Башҡортостан 2019 йылда 100 йыллығын тантаналы билдәләйәсәк. Байрам шулай уҡ башҡа мөһим даталар менән тура килә. Был халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәм М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының 100 йыллыҡ юбилейҙары. Барлыҡ райондар һәм ҡалалар әһәмиәтле датаға 100 яңы объект: мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт үҙәктәре, поликлиникалар, спорт үҙәктәре төҙөү идеяһын хупланы.

Ҡеүәтле, идеологик йүнәлешле юбилейҙа күберәк әһәмиәтле эштәр башҡарырға кәрәк. Байрамды художество үҙешмәкәрлек концерттарына ҡайтарып ҡалдырырға ғына ярамай. Граждандарҙы юбилейҙың идеологик тарихи киңлегенә йәлеп итергә кәрәк. Ҡарағош ауыл биләмәһе Советы депутаттары һәм ауыл биләмәһе активы тап шулай ҡарар итте. Уларҙың идеяһы - республиканың 100 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә Ҡыҙыл Партизан урамында мәсет ҡаршыһында буш урында сквер төҙөү. Ай дауамында эштәр алып барыла. Ошо ваҡыт эсендә урындағы халыҡ көсө менән сквер өсөн майҙансыҡ, уны ихаталау өсөн материалдар әҙерләнә. Был йәһәттән ауылдашыбыҙ, муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров ҙур ярҙам күрһәтте.

12 октябрҙә Ҡарағош ауыл билмәһендә ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм ауыл имам-хатиптары ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үтте. Сараның тәүге теоретик өлөшөнән һуң унда ҡатнашыусылар скверҙа тәүге ағастар ултыртты. Киләһе көнөнә ауыл халҡы көсө менән был эш тамамланды. Барлығы 250гә яҡын алмағас, ҡыҙыл һәм ҡара миләш, йүкә, аҡ сирень һәм ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Бер нисә йылдан бында алмағастар һәм йүкәләр сәскә атыр, сирень һәм миләштәр хуш еҫтәрен таратыр тип ышанабыҙ. Роберт ТУҠТАРОВ,

Ҡарағош ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: