Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Ноябрь 2018, 11:42

Ауыл зыяратында яңы ихата

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы һәм ауыл халҡының әүҙемлеге арҡаһында ауыл биләмәләренең көнүҙәк проблемалары уңышлы хәл ителә.

Ямғырсы ауылы зыяратының ағастан эшләнгән ихатаһы сереп, урыны менән емерелгәйне. Был хәл күптәрҙе борсой, сөнки территорияға ирекле йөрөгән мал-тыуар инеүе мөмкин. Шуға күрә граждандар йыйынында Ямғырсы ауылы халҡының күбеһе урындағы зыяраттың ихатаһын яңыртыуға (шул уҡ ваҡытта уны киңәйтеүгә) тауыш бирҙе, шулай уҡ 1әр мең һум аҡса йыйыу тәҡдимен хупланы.

Ошо проектты тормошҡа ашырыу өсөн ауыл халҡынан 175500 һум аҡса йыйылды. Бағыусылар 137500 һум бирҙе. Ярайһы уҡ ҙур сумманы (50шәр мең һум) «Урожай» һәм «Урал» агрофирмаһы» йәмғиәттәре етәкселәре Илдар Ғәскәров менән Радик Кәримовтар бүлде. Илнур Тәмербәков, Флүр Ширғазин, Илдус Батталовтар дөйөм суммаға 10ар мең һум аҡса ҡушты. Ошо ауылда тыуып үҫкән, әлеге мәлдә төрлө ҡалаларҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа матди ярҙам күрһәтте. Күрһәткән ярҙамы өсөн айырыуса Ирек Арыҫлановты билдәләп үткем килә. Проекттың смета хаҡы 1 млн. 318 мең һум тәшкил итте. Аҡсаның күп өлөшөн (70%) республика бюджетынан алдыҡ.

Ихатаны алмаштырыу буйынса эштәр 6 октябрҙә башланды. «Тройка Групп» йәмғиәтенән (Туймазы ҡалаһы) эшселәр тимер бағаналар һәм профиль, сетка-рабица ҡуйҙы (өҫтәге һүрәттә). Ауыл халҡы ла ситтә ҡалманы - зыярат территорияһын таҙартыу буйынса шәмбе өмәһенә сыҡты (аҫтағы һүрәттә). Улар ҡороған ағастарҙы бысты, сүп-сарҙы йыйыштырҙы.

Яңы ихатаны ҡуйыу эштәре ай аҙағында тамамланды. Форсаттан файҙаланып, ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индергән, инициатива һәм әүҙемлек күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдергем килә. Хәҙер ата-бабаларыбыҙҙың һуңғы төйәге булған зыярат төҙөк һәм таҙа.

Фәнүр КӘРИМОВ,

Ямғырсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.

Фотолар автор

тарафынан бирелде.
Читайте нас: