Анализ һөҙөмтәләренән күренеүенсә, янғындарҙың 55% торлаҡ секторҙа сыҡҡан, ә уларҙың төп сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ һәм электр ҡорамалардарын ҡулланғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу.
Өйҙә йылы һәм уңайлы булһын өсөн кешеләр элек-электән ут ҡуллана. Һыу, ер, һауа менән бер рәттән ул дүрт стихияларҙың береһе тип иҫәпләнә һәм ошоға бәйле кеше тормошонда мөһим урын биләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ ут кешеләрҙе йәшәр урынһыҙ ҡалдырып, төрлө афәт килтерә. Янғындарҙың статистикаһы күрһәтеүенсә, улар, нигеҙҙә, өйҙә сыға.
Һыуыҡтар төшөү һәм тәүлектең ҡараңғы ваҡыты оҙонайыу менән торлаҡ йорттарҙа электр приборҙарын ҡуллана башлайҙар. Шуға күрә уларҙың төҙөк булыуында инанырға һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙе онотмаҫҡа кәрәк. Электр үткәргестең төҙөк булмауы йыш янғын сәбәбе булып тора. Әммә, бик күптәр бының тураһында онота, электр үткәргесте монтажлау һәм ремонтлау эштәрен профессиональ булмаған электрсыларға ышанып тапшыра, һөҙөмтәлә - үҙегеҙҙең һәм күршеләрегеҙҙең тормошона ҙур хәүеф тыуа.
Бына октябрь айында балалар һәләк булған янғындарға бәйле бер нисә миҫал: баланың ут менән шуҡлығы арҡаһында Ишембай ҡалаһында фатирҙа янғын һөҙөмтәһендә өс йәше лә тулмаған улы менән атаһы, Стәрлебаш ауылында электр йылытыу приборын ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу арҡаһында торлаҡ йортта сыҡҡан янғында өйҙә ҡараусыһыҙ ҡалдырылған 2015 йылғы баланың ғүмере өҙөлә.
Балалар һәләк булған янғындар ата-әсәләрҙең балаларын өйҙә ҡараусыһыҙ ҡалдырып, үҙҙәренең ҡылыҡтарының эҙемтәләре тураһында уйламауын күрһәтә.
Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, ата-әсәләргә балаларҙы бәхетһеҙлек осраҡтарынан нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ.
Өлкәндәр сығып киткәс бала шырпы алып эҙемтәләр тураһында уйламайынса, ҡағыҙ яндырыуы, ниндәй ҙә йылытыу приборын розеткаға тоташтырыуы, йәки хатта усаҡ яғыуы ла ихтимал.
Һеҙҙең үрнәк һәр саҡ балаларға нимәлер өйрәтеүҙең иң яҡшы ысулы булып тора. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙең хәүефһеҙлеккә иғтибарлы икәнһегеҙ, балағыҙ ҙа шуны күреп үҫә.
Өйҙән сығып киткәндә балағыҙ йәрәхәтләнеп ҡуймаһын өсөн барлыҡ осло, сәнскеле әйберҙәрҙе, шулай уҡ зажигалка һәм шырпыларҙы йәшереп китегеҙ.
Ата-әсәләргә яңғыҙ ҡалған балаларына өйҙән ирекле сығыу мөмкинлеген тәьмин итеү зарур.
Балағыҙға ишекте асыр алдынан уның артында кем булыуын белергә кәрәклеген аңлатығыҙ. Сит кешеләргә ишекте асырға ярамай. Балағыҙға берәү ҙә һәм бер ҡасан да өйгә һеҙҙең исемдән килә алмауын аңлатығыҙ.
Өйҙән сыҡҡанда, хатта ярты сәғәткә булһа ла, тәҙрәләрегеҙҙе ябырға онотмағыҙ. Иң яҡшыһы балағыҙ аса алмаһын өсөн өҫтә махсус бик ҡуйығыҙ.
Газ, электр көнкүреш приборҙарын (телевизор, компьютер, микротулҡынлы мейес, кер йыуыу машинаһы) эшләгән килеш ҡалдырмауығыҙҙы тикшерегеҙ. Был көнкүреш техникаһы розетканан алынырға тейеш, хатта көтөү режимында ла эшләп ҡалырға тейеш түгел.
Балаларҙы электр шнурҙары һәм розеткалар бик ҡыҙыҡһындыра. Кәрәкмәгән электр шнурҙарын йәшерегеҙ һәм розеткаларға һаҡлағыстар ҡуйығыҙ. Балаларығыҙға уларҙы ниндәй хәүеф менән янауы тураһында даими иҫкәртеп тороғоҙ һәм ата-әсәләргә балаларының кесе йәштән электр приборҙары менән дөрөҫ эш итеү ҡағиҙәләрен өйрәтеү зарур.
Ата-әсәләр, онотмағыҙ! Балаларығыҙҙың ғүмере күпселек осраҡта һеҙҙең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлап үтәүегеҙгә бәйле! Балаларығыҙҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ! Шырпы һәм көнкүреш электр приборҙарын балаларығыҙҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ! Ут һәм электр приборҙары менән шаярыу бик хәүефле булыуын балаларығыҙға аңлатығыҙ!
Бик күп граждандар янғын сығыуға һәм уның дөрләп яныуына үҙҙәре шарттар булдыра. Бер хата һәм, статистика күрһәтеүенсә, бының ҙур фажиғә менән тамамланыуы ихтимал. Ябай янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәп, һеҙ өйөгөҙҙө, милкегеҙҙе һәм, бәлки, ғүмерегеҙҙе лә һаҡлап ҡала аласаҡһығыҙ. Янғынға ҡаршы көрәшеүгә ҡарағанда, уны иҫкәртеүе еңелерәк, бына шуға ла барлыҡ граждандар янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белергә һәм үтәргә бурыслы.
И.Ф.ИБРАҺИМОВ, Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы урынбаҫары.