Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2018, 15:51

Тормош темаһына инша (хикәйә)

Төнөн Фәрит Фәйзулла олатаһын төшөндә күрҙе. Ул ҡарлы баҫыу буйлап егелгән атта бара. Өҫтөнә һоро тунын кейгән. Бик ныҡ йонсоған һәм өшөгән аты көрттө көскә йырып бара. Ә һуңынан бөтөнләй туҡтаны. Олатаһы дилбегәһен тарта - ә ул урынынан да ҡуҙғалмай. Шул саҡ көслө буран сығып, уларҙы ҡар менән күмгәндән-күмә...

Ә иртән уларға, өлкән класс уҡыусыларына, уҡытыусылары: «Минең яратҡан Тыуған илем» темаһына инша яҙырға ҡушты. Фәриттең төндә күргән төшө уйынан сыҡманы. Һәм иншаны ул тап олатаһы тураһында яҙырға булды.

Олатаһы ауылда балта оҫтаһы була. Ул биш улы менән колхоз идараһы бинаһын төҙөй. Үҙҙәренә төҙөгән кеүек тырышып эшләйҙәр. Биҙәктәр яһап, уларҙы буяу менән генә бер йыл тирәһе булышалар. Әкиәттәге кеүек бик матур бина ҡалҡып сыға. Эшләгән өсөн берәр тоҡ иген бирәләр һәм өйгә алып ҡайтып ҡуялар. Бер ни тиклем ваҡыттан колхоз бригадиры олатаһына килеп, күҙенә ҡарап: «Әле хужалыҡта икмәк менән хәл бик ауыр, ә беҙгә яҡшыраҡ отчет бирергә кәрәк - райондан уполномоченный ебәргәндәр. Игенде кире алып барып ҡуй» ти.

- Ә ни өсөн мин улдарым менән бил бөгөп йөрөнөм? - тип, олатаһы игенде йәшереп ҡуя.

Шул ваҡыттан алып ул балта оҫтаһынан «халыҡ дошманына» әүерелә. Уға бик ҡаты яза бирелә - өҫтөндә нимә бар, шуның менән бик алыҫҡа алып китәләр. Шунан бирле улар олатайҙарын күрмәй.

Ә бер ваҡыт уның менән шунда осрашҡан бер кеше килә. Ул олатайҙарының «кешеләрҙең ауыр эштән себен кеүек ҡырылыуына» ныҡ зарланыуын, бәлки, Аллаһы Тәғәләнең үҙен һаҡлауына өмөтләнеүен әйтә. Әммә ул да һаҡлап ҡала алмай.

Фәрит Тыуған илен, йәшәгән өйөн һәм ауылын, уның олатаһы, әсәһе һәм башҡалар кеүек ал-ял белмәй эшләгән кешеләрҙе яратыуы тураһында яҙа. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ кешеләрҙең яҙмышын емерәләр һәм уларҙың ғүмере фажиғәле тамамлана. Фәрит шулай уҡ олатаһын ҡулға алғандан һуң бер нисә йылдан әсәһе менән колхоз идаралығына эш көнө өсөн тейешле түләүҙе алырға барыуҙары тураһында ла һөйләй. Колхоз рәйесе уға ярҙам итер урынға, екереп, оялтырға маташа, әҙәм аҡтығы тип мыҫҡыл итә. Һине лә һөргөнгә ебәрәм тип янай ул. Һәм ул быны тәүлек әйләнәһенә фермала эшләгән, колхоз быҙауҙарын һәм һыйырҙарын ҡараған ҡатынға әйтә. Әсәһе башын аҫҡа эйеп баҫып тора. Фәрит әсәһен йәлләүҙән илап ебәрерҙәй була.

- Ә биш балаға нимә ашатайым? - тип ялбара әсәһе.

- Һеҙҙең балаларығыҙ мине ҡыҙыҡһындырмай.

Шулай бер нимәһеҙ ҡайтып китәләр.

Фәрит инша яҙылған дәфтәрен икенсе көн мәктәп директорының ҡулында күрҙе. Ул уны асыуланып ситкә ырғытты, ә уҡытыусыға: «Бөгөн үк тикшерегеҙ» тигән етди бойороҡ бирҙе. Фәриттең бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшеүенә ҡарамаҫтан, әсәһенең күҙ йәштәренә лә иғтибар итмәйенсә, уны «яман» тәртибе өсөн мәктәптән ҡыуалар... Баланың былай ҙа еңел булмаған тормошо селпәрәмә килә. Колхоз фермаһы Фәрит өсөн хеҙмәт университетына әүерелә. Киләсәктә белем алыу тураһында хыялдар селпәрәмә килә.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.


Читайте нас: