Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2018, 12:25

Комсомол сафында булыуыма ғорурланам

Беҙ - 50-се йылдарҙа СССРҙа тыуған һәм беҙҙе оло тормош юлына сығарған комсомол сафында тәрбиәләнгән быуын. Беҙҙең өсөн Бөтә Союз Ленинсы Коммунистик йәштәр союзы (ВЛКСМ) - ҙур романтик хыялдар осоро, бында беҙ Павел Корчагин, Зоя Космодемьянская, Олег Кошевой, Алексей Мересьев кеүек әҙәби геройҙар үрнәгендә ысын кешеләр булырға өйрәндек. Уларҙың тормоштағы батырлыҡтары йәштәр өсөн легенда, Тыуған илгә хеҙмәт итеү образы булды.

Минең тормошом мәктәп йылдарынан уҡ комсомолға бәйле булды. Тәүҙә 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә комсомол ойошмаһы секретары, һуңынан институтта төркөм комсоргы, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң - Йәшергән урта мәктәбендә уҡытыусыларҙың комсомол ойошмаһы секретары, артабан Стәрлебаш комсомол райкомында мәктәптәр төркөмө буйынса комсорг, ойоштороу бүлеге мөдире, икенсе секретарь булып эшләнем.

Лидер, етәксе булыу - күңел һалып эшләүҙе, аҡыл, намыҫ, ғәҙеллек талап иткән еңел булмаған, яуаплы эш. Ә йәштәрҙең башлығы булыр өсөн, бынан тыш, инициативалы, дәртле, эшлекле булырға ла кәрәк. Шул йылдарҙағы комсомолдың район комитеты лидерҙары Рәйсә Ғайсарова, Таһир Фәттәхов, Йәғәфәр Хисмәтуллин, Рәйсә Латипова, Әғзәм Ҡотлошин, Галина Шаклеина, Фәриҙә Батыршина, Елена Чернова, Иван Ефремов, Хәлимә Фәйзуллина, мин хәтерләгән комсомол ойошмаһы секретарҙары Вахит Әхмәҙиев, Илсур Рысаев, Илдар Лоҡманов, Фәнил Ибәтуллин, Ғәлийән Ғәниев, Наил Хөснөтдинов һәм башҡалар тап ошондай сифаттарға эйә ине.

Комсомол йәштәрҙең, минең замандаштарымдың, ил һәм йәмғиәт өсөн файҙалы эштәре бихисап булды. Халыҡ хужалығының төрлө участкаларында хеҙмәт батырлыҡтары, юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн социалистик ярыштар, еңеүселәрҙе асыҡлау һәм уларға хөрмәт күрһәтеү, комсомолсылар һәм йәштәргә сәйәси һәм иҡтисади белем биреү, хәрби-патриотик, спорт һәм киң күләмле мәҙәни саралар беҙҙең тормошто тулыландырҙы, беҙҙә Ватанға илһөйәрлек һәм һөйөү рухы, юғары әхлаҡи сифаттар, кешелеклелек, тормошҡа һәм кешеләргә дөрөҫ ҡараш тәрбиәләне.

Минең алдымда шул йылдарҙа төшөрөлгән аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр ята. Уларҙың ҡайһы берҙәре тоноҡ ҡына, әммә улар миңә бик ҡәҙерле һәм ундағы кешеләр тураһында яҡшы хәтирәләрҙе иҫкә төшөрә. Шуларҙың береһе миңә айырыуса ҡәҙерле (һүрәттә). Был фотоһүрәттә район комсомол ойошмаһының Ҡыҙыл Байрағы фонында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар - Советтар Союзы Геройы Абдулла Шәнгәрәй улы Әхмәтов, уның полкташы, шулай уҡ Советтар Союзы Геройы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы уның исем-фамилияһын иҫкә төшөрә алманым, Лотфрахман Ғабдрахман улы Ғәлиев, Һиҙиәт Хәйри улы Хәйбуллин, КПСС райкомының беренсе секретары - Барый Кинйәбулат улы Арыҫланғолов, ВЛКСМ райкомы секретары - Галина Трофимовна Шаклеина, мин - мәктәптәр буйынса комсорг һәм райондың иң яҡшы уҡыусылары - уҡыу алдынғылары. Һәм тағы бер фотоһүрәттә мәктәптең комсомол ойошмалары секретарҙары, лидерҙар, уҡыу алдынғылары, шул уҡ билдәле өлкән быуын кешеләре менән бергә төшкәндәр. Был фотоһүрәттәр комсомол райкомының быуындарҙың күсәгилешлегенә ни тиклем етди иғтибар биреүе, йәштәрҙә юғары патриотик хис-тойғолар, фашист илбаҫарҙары менән һуғышта тыныслыҡ һәм бәхет яулағандар өсөн ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләүе тураһында һөйләй.

Һис шикһеҙ, беҙҙең быуында ялған патриотлыҡҡа ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, Тыуған илгә һөйөү тураһында һөйләп, бәғзеләр аҡса урлап йәки йәмәғәт аҡсаһын үҙләштереп, байлыҡ өсөн уны ташлап китә.

... Үҙемдең комсомол йылдарын иҫләп, ул минең тормошомда булғанына, мине күп нимәгә өйрәтеүенә, һуңынан, яуаплыраҡ участкаларҙа эшләгәндә уларҙың миңә кәрәк булғаны өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Иң мөһиме - йәнәшәлә булғандарҙың ҡәҙерен белергә, уларҙы аңларға һәм ярҙам итергә өйрәтте. Барлыҡ элекке комсомолдарҙы әһәмиәтле байрам - Ленин комсомолының 100 йыллығы менән ҡотлайым. Йәштәргә тарихи уҙғандарын онотмауҙарын, уны хөрмәт итеүҙәрен һәм дөрөҫ һығымта яһауҙарын теләйем.

Әлфиә ҒӘЛЛӘМОВА, Стәрлебаш район комсомол комитетының элекке икенсе секретары.


Читайте нас: