Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2018, 11:46

Беҙҙең тәүге еңеүселәр

Уҙған йома көндө «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенә яҙылыусылар араһында тәүге бүләктәр уйнатылды. Редакцияға яҙылыу квитанцияһы күсермәһен алып килгән һәр кемдең иҫтәлекле бүләк отоу мөмкинлеге бар ине. Әлегә уңыш был көндө бүләк уйнатыуға шәхсән килеүселәргә йылмайманы.

Бүләктәр барлығы унау ине. Иң тәүге бүләк Мәҡсүт ауылында йәшәүсе үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре Ләйсән Мәүлетбирҙинаға (һүрәттә) сыҡты. Шулай уҡ бүләк отҡан бәхетлеләр иҫәбендә - Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәре Азат Хәсәнов, үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре - Стәрлебаштан Азалия Ладик һәм Эльза Әҙикәева, Гөлшат Шәрипова һәм Земфира Ғибаҙуллина, Люциә Дәүләтйәрова (уға бер нисә тапҡыр уңыш йылмайҙы), Ғәйнетдин Ҡыҙрасов (Йәлембәт), Фирүзә Иҫәнғужина (Һарайҫа) бар.

Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында йәшәүсе Винер Кинйәбулатов өсөн бүләк отоуы икеләтә сюрприз була. Еңгәһе уға тыуған көнөнә район гәзитенә яҙылыу квитанцияһы бүләк итә. Был турала Винер хатта белмәгән дә. Бәхеткә күрә уның квитанцияһы призерҙар араһында була.

Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да ҡотлап, рәхмәт белдерәбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, район гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәргән (килтергән) һәр кемдең бүләк отоуы ихтимал.

***

Ҡәҙерле дуҫтар! Район гәзитенә яҙылыу дауам итә. Супер бүләк - ВЕЛОСИПЕД тураһында ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Гәзиткә яҙылырға ашығығыҙ һәм 2019 йылда беҙҙең менән бергә булығыҙ!

Киләһе бүләк уйнатыу 2 ноябрҙә 10.00 сәғәттә була. Теләгән һәр кемде бүләк уйнатыуҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Л.ЙӘРМИЕВА фотоһы.
Читайте нас: