Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Октябрь 2018, 12:51

Йыл башынан ҡыҙыҡлы саралар уҙҙы

Бына мәктәп осоро башланды. Балалар йәй буйына дуҫтарын һәм уҡытыусыларын һағынып, йәнә белем артынан мәктәпкә ашҡынды.

Яңы уҡыу йылы әле генә башланған кеүек, әммә ошо ваҡыт эсендә Ямғырсы дөйөм белем биреү мәктәбе коллективы шул тиклем күп эштәр башҡарып, бихисап саралар үткәреп өлгөргән. Сентябрҙә, әлбиттә, бер аҙ һуңлап булһа ла, «Халыҡ хәтеренең тере шишмәләре» республика фольклор һәм әҙәбиәт фестивалендә ҡатнашҡан уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бында Ләйлә Хисамова, Лилиә Батталова һәм Индира Ғиниәтуллина өс призлы урын яуланы. Дүртенсе класс уҡыусылары Бөтә Рәсәй кросында ҡатнашты. Шулай уҡ мәктәптә «Сәләмәтлек көнө», ә 18 сентябрҙә Бөтә Рәсәй шәмбе өмәһе үткәрелде.

1 октябрҙә Оло йәштәгеләр көнөнә бағышланған ҙур сара уҙҙы. Һәр класта был көн класс сәғәттәре менән башланды, бында уҡыусылар яратҡан өләсәй-олатайҙары, уларҙың тормошо тураһында мауығып һөйләне, уларҙың фотоһүрәттәрен һәм ҡул эштәрен алып килде.

Беҙҙең мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙға байрам концерты күрһәтелде. Улар элекке коллегалары, уҡыусылары менән осрашыуға шатланды, аралашты, ихлас күңелдән көлөшөп, йырланы һәм бейене.

- Элекке ваҡыттағы кеүек йыл һайын осрашып, аралаша алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Һеҙҙең һәр уңыштарығыҙға һәм ҡаҙаныштарығыҙға һөйөнәбеҙ. Уҡытыусы һөнәрен һайлап, тыуған мәктәпкә эшкә ҡайтҡан уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Тимәк, беҙ үҙебеҙҙән һуң лайыҡлы алмаш ҡалдырғанбыҙ. Һеҙ - беҙҙең ауылдың ғорурлығы, - тинеләр хөрмәтле пенсионерҙар әлеге уҡытыусыларға.

Мәктәп коллективы тарафынан байрам өҫтәле әҙерләнде. Ҡунаҡтар өйҙәренә шатланып, һәр ҡайһыһы көҙгө сәскә гөлләмәләре тотоп, ҡәнәғәт булып таралышты .

Шулай уҡ 5 октябрҙә мәктәптә Үҙидара көнөн үткәреү традицияға әүерелде. 8-9 класс уҡыусылары уҡытыусылар ролен башҡарҙы. Был байрам көнөндә барлыҡ ерҙә тәртип булды. «Уҡытыусы - уҡыусылар» етди ҡиәфәт менән дәрескә инде, ә тәнәфес ваҡытында үткәрелгән дәрестәрҙән тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ошо һөнәрҙең ауырлығын һәм яуаплылығын һәр кем үҙендә хис итә алды.

Был көндө сюрприздар күп булды. Мәҫәлән, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнүр Кәримов мәктәпкә килеп, уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән шәхсән ҡотланы. Шулай уҡ ҡотлауҙар һәм бүләктәр менән аниматорҙар ҙа килде. Көн Л.В.Ғәниева етәкселегендә 8 класс уҡыусылары ҡатнашлығында байрам концерты менән тамамланды. Был көн барыһының да хәтерендә онотолғоһоҙ тәьҫораттар менән иҫтә ҡалыр тип уйлайбыҙ.Әлиә ШИРҒАЗИНА, Ямғырсы ауылы.

Э.КӘРИМОВА фотоһы.
Читайте нас: