Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Октябрь 2018, 13:15

Ысын күңелдән, намыҫлы эшләнек

Стәрлебаш районының «Башкиравтодор» ДСУ-5 предприятиеһында уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында Хәлимә Хафизова етәкселек иткән башланғыс комсомол ойошмаһында 47 кеше иҫәпләнә. Уның төп контингентын водителдәр, тракторсы-машинистар, юл хеҙмәтсәндәре тәшкил итә. Улар араһында Таһир Баҙарбаев та була, комсомолда эшләү уға холоҡ тәрбиәләргә ярҙам итә, кешеләр менән эшләргә өйрәтә.

1984 йылдың сентябрендә уны башланғыс ойошма секретары итеп һайлайҙар, ә 1986 йылдың ноябрендә уны ВЛКСМ Стәрлебаш район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире итеп күсерәләр, бында ул 1989 йылдың авгусына тиклем эшләй.

ВЛКСМ район комитетында эшләү осоронда ул комсомол сараларын иң яҡшы ойоштороусы тип иҫәпләнгән секретарҙар Назим Ниғмәтуллин, бик күп мәсьәләләр буйынса компетентлы кеше, яҡшы телмәр тотоусы Тәлғәт Абдрахманов, көрәш буйынса спорт мастеры, ихлас күңелле Фәүҡәт Усманов менән бергә эшләйҙәр.

Таһир Избан улы әйтеүенсә, уларҙың коллективы дуҫ, берҙәм һәм татыу була. Барлыҡ мәсьәләләрҙе оператив, ғәҙел, намыҫлы хәл итәләр. Ул ваҡытта комсомол путевкалары менән Нижневартовск ҡалаһына төрлө эштәргә райондан 25 ҡыҙ һәм егет ебәрелә. Уларҙың барыһы ла һуңынан һәйбәт эшкә урынлаша, тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар һам грамоталар менән бүләкләнә. Шул яҡтарҙа яҙмыштарын осратып, ғаилә ҡороп, шул ҡырыҫ яҡтарҙа йәшәргә ҡалғандар ҙа була. Ә бына шул йылдарҙа Ағиҙел ҡалаһында Ағиҙел АЭСын төҙөүгә ебәрелгән 10 йәш егеттең яҙмыштары бик уңышлы булмай. АЭС ябылғас, улар башҡа ҡалаларҙа төпләнә.

- Әлбиттә, ыңғай яҡтар күп булды, - ти Таһир Избан улы. - Комсомол йәштәргә бик күп нимә бирҙе - ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә, дуҫ, татыу, инициативалы, яуаплы булырға, хеҙмәттәшлек итә, командала эшләй белергә, иптәштәреңә ярҙамлашырға, күпселек файҙаһына ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтте. Беҙ эштең матди яғын уйламайынса ихлас күңелдән, намыҫлы эшләнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элек булған шул ыңғай күренештәрҙең күбеһе юҡҡа сыҡты. Әммә хөкүмәттең комсомолдың юбилейын байрам итеү ҡарары оптимизм өҫтәй. Тимәк, барыһы ла юғалмаған һәм комсомол яңы формала тергеҙелер тигән өмөт бар. Быға бик ышанғы килә.

Рәйсә МУСИНА.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: