Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Октябрь 2018, 13:01

Ферма ла, хеҙмәтсәндәр ҙә мал ҡышлатыуға тулыһынса әҙер

Район малсылары өсөн яуаплы осор етте - малдарҙы ҡышҡы аҙбарҙарға күсерҙеләр. Ә ҡышлатыу һәйбәт режимда, тотҡарлыҡһыҙ үтһен өсөн уға алдан әҙерләнәләр.

- Йәй буйына һәйбәт эшләүегеҙ күренеп тора, - тинем мин Тәтербаш һөтсөлөк фермаһы территорияһына ингәс .

- Дөрөҫ. Йәйге айҙарҙа үҙебеҙҙең һәм йәлеп ителгән төҙөлөш бригадаһы көсө менән бик күп эштәр башҡарылды. Биналарҙы ағартыу һәм дезинфекциялауҙан тыш, уларҙың береһен «тун кейҙерҙек», йәғни штукатурлап, буяныҡ - йылы ла, матур ҙа, - тип һөйләй башҡарылған эш тураһында «Урожай» йәмғиәте етәксеһе Илдар Ғәскәров. - Бынан тыш, өҫтө ҡапланған ялан кәртәләр эшләнде. Утлыҡсалар эшләнгәс, аҙыҡ таратҡыс машинаһы йөрөй алһын өсөн юл түшәлде. Һыйыр аҙбары эргәһендә тағы бер ялан кәртә эшләй башланыҡ. Әлегә тимер бағаналар ҡуйыла.

Беҙ килгән мәлдә территорияла бик йәнле ине. Эш шунда, был көндө һауын һыйырҙарын аҙбарҙарға күсерҙеләр. Ферма хеҙмәтсәндәре улар өсөн таҙа, йылы биналар әҙерләгәндәр. Зиннур Фәсхетдинов (тейәгестә) һәм Айнур Ғәскәров (аҙыҡ тейәгестә) мал аҙығы таратыу менән мәшғүл. Ауыл хужалығы предприятиеһы хеҙмәтсәндәре уларҙы етерлек әҙерләгән.

- Өс мең тонна силос һәм шулай уҡ люцерна, кәзә үләне, йылҡы борсағынан сенаж һалдыҡ, - тип аныҡлай Илдар Рим улы. - Сенаж һалғанда аҙыҡтың файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалырға һәм уның сифатын яҡшыртырға булышлыҡ иткән консерванттарҙы ҡулландыҡ. Ҡаты аҙыҡтан тыш малдарҙың рационында аҡбур һәм тоҙ ҡушылған арпа, арыш, вика-һолонан яһалған ашлыҡ фуражы ла бар. Хәҙер фермала һыйырҙар күпләп быҙаулай башланы. Бөгөн бианала 20 быҙау аҫрала. Уларҙы яңы технология буйынса үҫтереүҙе дауам итәбеҙ һәм бында, тәү сиратта, артым буйынса ыңғай һөҙөмтәләр бар.

Хужалыҡ етәкселеге менән әңгәмәлә кадрҙарға бәйле мәсьәләләр ҙә күтәрелде.

- Эшсе ҡулдар етмәүгә бәйле проблема беҙҙә юҡ, хеҙмәтсәндәр етерлек, уларҙың һәр ҡайһыһына ышанырға мөмкин, намыҫлы эшләйҙәр, - ти ул.

Павел Макаров (һүрәттә) шундай егеттәрҙең береһе. Йәйен көтөү көткән, хәҙер иһә уның яңы бурыстары бар - йәш малдарҙы ҡарай.

Илдар Рим улынан баҫыу эштәре барышы тураһында ла ҡыҙыҡһындыҡ.

- Туңға һөрөү буйынса планды арттырып үтәнек, бында ер һөрөүселәр Ринат Ибраһимов, Владимир Петров, Анатолий Тимофеев, Илнур Ниғмәтуллиндарҙың өлөшө ҙур. Шулай уҡ көнбағыш йыйыу ҙа тамамланып килә. 676 гектарға ужым культуралары сәселде. Әлеге мәлдә Иҙрис Фәхриев, Дамир Саҙриев механик Илдус Исмәғилев менән техниканы ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуя.

Ҡайтҡанда ырҙын табағына һуғылдыҡ. Бында хәҙер тыныс, йәйге ығы-зығы юҡ. Ағымдағы йылда яңы ихата ҡуйғандар, орлоҡ склады ҡыйығын алмаштырғандар, унда 240 тонна орлоҡ һалынған. Ырҙын табағы эргәһендә дүрт автозаправка ҡуйғандар, өсөһө - дизель яғыулығы, береһе - бензин һаҡлау өсөн.

«Урожай» йәмғиәтендә күрелгәндәрҙән һәм ишетелгәндәрҙән сығып, был хужалыҡ дөрөҫ һайланылған йүнәлеш буйынса ҡыйыу бара, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Ул киләсәктә лә уңышлы үҫешер, тип ышанабыҙ. Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: