Атайыбыҙ Ғәбделхәй 1917 йылдың 10 октябрендә Йәшергән ауылында донъяға килә. Ошонда уның үҫмер һәм бала сағы үтә.
1941 йылдың декабрендә атайымды фронтҡа алалар. Күҙәтеүсе-разведчик була. Ул төндә фашистарҙың торған урыны, уларҙың ғәскәрҙәр иҫәбе, ҡоралы тураһында мәғлүмәт табып, иртән барлыҡ мәғлүмәтте командованиеға тапшырырға тейеш була. Хәрби хәрәкәттәр ҡыҙған мәлдә составында атайым булған дивизияны Сталинград эргәһенә ебәрәләр. Бихисап хәтирәләр араһында ошондай эпизод була. Бер ваҡыт улар юлына немец дзоты сыға. Атайым ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтеп, уға граната ырғыта һәм ут төктәһе юҡ ителә. Әммә бында бик күп һалдат ғүмере өҙөлә. Сталинградта ул Верховный Главнокомандующийҙың Рәхмәте менән бүләкләнә. Уның бындай наградалары, әйткәндәй, бер нисәү.
Атайым ҡатнашҡан икенсе ҙур алыш - Курск дуғаһында була. Бында ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана, партия сафына инә.
Һуғыш йылдары дауамында уға Советтар Союзы һәм башҡа илдәр территорияһында төрлө бихисап алыштарҙа ҡатнашырға тура килә. Ул шулай уҡ «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ була.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе атайым Германияла ҡаршылай, 1946 йылдың майында ғына демобилизациялана. Ул тыуған ауылына 29 йәшендә ҡайта, ә унда - әсәһе лә, атаһы ла, ғаиләһе лә, хатта өйө лә булмай. 20 көндән дуҫының кәңәше буйынса атайым күршеләренә ҡыҙҙарын, әсәйебеҙ Зәйтүнәне һоратырға бара.
Был бик ҡыҙыҡлы тарих. Атайымдан башҡа, әсәйемде икенсе көнгә тағы бер егет һоратырға йөрөгән. Уның ата-әсәһе, атайыбыҙҙың ауылда иң хөрмәтле кешеләрҙең береһе, элекке мулла Шаһивәли улы булыуын белгәс, уйлап та тормай ҡыҙҙарын уға кейәүгә бирергә ризалаша. Атайым тырыш ҡулдары һәм наградалар тағылған гимнастеркаһынан башҡа бер нимәһе лә булмауын йыш ҡабатлай. Хатта ҡыҙҙы һоратырға барғанда ла кейгән костюмы кешенеке була. Быға әсәйемдең ата-әсәһе ғәжәпләнмәй. Улар Шаһивәлиҙең улын үҙе кеүек тәртипле, итәғәтле кеше тип иҫәпләй, ә байлыҡты йәштәр бергә эшләп табыр, ти. 1946 йылдың 20 июнендә улар яҙмыштарын бәйләй.
Әсәйебеҙ ҙә Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә. Һуғыш ваҡытында ҡыҙҙарҙы торф сығарырға вербовкаға ебәрәләр. Ас, яланғас, насар кейенгән, сабаталары туҙып бөткән ҡыҙҙар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ул һәм уның әхирәттәре кәрзингә кипкән торфты йыйып, уның менән вагондарҙы тултыра. Тәүге мәлдә ул норманы тултыра алмай йыш ас ҡала. Уларға тәүлегенә ни бары 20 грамм ғына арыш икмәге бирәләр. Унда бик ҡаты ҡағиҙә була - әгәр ниндәйҙер сәбәп һәм хатта сирләп эшкә сыға алмаһаң, бер нимә лә бирмәйҙәр.
1995 йылдың 22 мартында әсәйебеҙгә «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалын тапшыралар.
Ата-әсәйебеҙ 30 йылға яҡын бәхетле оҙон ғүмер кисерә. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Барыһына ла Өфө кооператив техникумында белем алырға ярҙам итәләр. Мин, әсәйем кеүек, бухгалтер һөнәрен һайланым, бер туғандарым Зөләйха менән Миңлегөл дә белгеслектәре буйынса эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ир туғаныбыҙ 36 йәшендә мәрхүм булды. Атайыбыҙ әсәйебеҙгә 58 йәш булғанда 1976 йылда, ә әсәйебеҙ 72 йәшендә яҡты донъя менән хушлашты.
Әгәр атайыбыҙ иҫән булһа уҙған йыл беҙ уның 100 йәшлек юбилейын билдәләр инек... Улар арабыҙҙа булмаһа ла, йөрәктәребеҙҙә һәм хәтеребеҙҙә мәңге йәшәйҙәр.Зәйнәб ТАЖЕТДИНОВА, Стәрлебаш ауылы.